Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Апрель 2020, 17:25

Игенселәр өсөн ҡыҙыу осор – яңы миҙгел башланды

Сәсеү кисектергәнде яратмай, шуға ла коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле индерелгән сикләүҙәр ҙә бында ҡулланыла алмай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәсеү кампанияһын быйыл юғары кимәлдә үткәрергә ҡушты.

- Бөгөнгө шарттарҙа ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеге айырыуса мөһим. Иҡтисадҡа ҙур зыян килгән әлеге осраҡта, мөмкин тиклем һөҙөмтәле эшләргә кәрәк, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы.

Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа ҡуйылған бурыстарҙың бөтә яуаплылығын аңлап, республика игенселәре алғы һыҙыҡта хеҙмәт һала. Үткән аҙнала бер нисә районда, шул иҫәптән Әлшәйҙә лә, яңы сәсеү миҙгеленә старт бирелде. Баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу, ужым культураларын туҡландырыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу эштәре бара, сәсеү алдынан орлоҡтарҙы эшкәртеүгә лә тотондолар.

- Быйыл яҙ иртә килде, баҫыу эштәре ике аҙнаға алдараҡ башланды, - ти ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына. – Дымды һаҡлау буйынса агротехник сараларҙы - 44800 гектарҙа, 13 меңдән ашыу гектарҙа - ужым культураларын туҡландырыу, 5700 гектарда күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу эштәрен башҡараһы бар. Шулай уҡ сәсеүгә 6200 тонна яҙғы бөртөклө культуралар орлоғон ағыуларға кәрәк.

Аграрсыларҙың һәр көнө, һәр сәғәте иҫәптә. Сөнки тап ошо осорҙа киләсәк уңыштың яҙмышы хәл ителә. Хәйерле сәғәттә!

Читайте нас: