Улар иҫәбендә 1112 тонна (14 процент) элиталы орлоҡ – 1049 тонна яҙғы бойҙай, 40 тонна арпа, 13 тонна һоло, 8 тонна борсаҡ һәм 2 тонна ҡарабойҙай. 11 тонна кукуруз орлоғо, 462 сәсеү берәмеге көнбағыш гибриды, 498 сәсеү берәмеге сөгөлдөр орлоғо һатып алынған. Орлоҡ ҡайтартыу дауам итә.
Яҙғы баҫыу эштәренә 2600 тонна минераль ашлама талап ителә, бөгөн аграрсылар 749 тонна (29 процент) ашлама ҡайтартҡан. 10 тонна (14 процент) үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һатып алынған.
Был миҙгелдә район аграрсылары 46064 гектарға (уҙған йыл кимәленә ҡарата103 процент) иген культуралары сәсергә ниәтләй, шуның 32781 гектарын яҙғы иген культуралары биләйәсәк. Быйылғы уңыш өсөн 13283 гектарға ужым культуралары сәселгән. Техник культураларға килгәндә иһә, шәкәр сөгөлдөрө плантациялары байтаҡ кәмеп, 3192 гектарҙан ашыу (уҙған йыл кимәленә ҡарата 57 процент) тәшкил итәсәк, ә көнбағыш, киреһенсә, артасаҡ – 14700 гектарға яҡын (104 процент). Районда барлығы 21075 гектарға техник культуралар сәсеү планлаштырыла, был 2019 йыл кимәленә ҡарата 86 процент тәшкил итә. Мал аҙығы культуралары 10491 гектарға (80 процент) сәселәсәк.