Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Март 2020, 12:10

Ужым культуралары яҡшы хәлдә

“Россельхозцентр” филиалы белгестәре монолиттарҙы үҫтереү һөҙөмтәләре буйынса ошондай баһа бирҙе.

Быйылғы уңыш өсөн Әлшәй аграрсылары 14094 гектар ужым культуралары сәсте. Шуның 7570 гектарын – ужым арышы, 5763 гектарын – ужым бойҙайы һәм 800 гектарға яҡын ужым шипкәне биләй.

Монолиттар үҫтереү һөҙөмтәләре буйынса 5380 гектарға сәселгән ужым арышы, 4753 гектар ужым бойҙайы, 761 гектар ужым шипкәне - яҡшы, ә башҡалары ҡәнәғәтләнерлек хәлдә.

Шулай ҙа белгестәр һуңғы фараздарҙы әйтергә ашыҡмай. Хәлде һауа торошо теләһә ҡайһы ваҡытта үҙгәртеүе мөмкин.

Читайте нас: