Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Март 2020, 13:25

Әлшәйҙәр агросәнәғәт комплексының төп форумында

Өфөлә утыҙынсы “АгроКомплекс” күргәҙмәһе үтте.

Махсуслаштырылған күргәҙмәлә Рәсәйҙең күп кенә төбәктәре һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашты - 400-гә яҡын әйҙәүсе компания үҙ продукцияһын тәҡдим итте.

Элекке йылдарҙағы кеүек үк, форумда бай йөкмәткеле эшлекле программа, һөтсөлөк тармағын үҫтереү, һанлы экосистемаларҙы, тармаҡты техник һәм технологик яңыртыу буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Агросәнәғәт комплексын һәм ауыл территорияларын үҫтереү, республиканың төбәк брендтары маркетингы мәсьәләләрен тикшереүҙә Әлшәй аграрасылары ла – район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм баш белгестәре, грант алыусылар һәм фермерҙар ҡатнашты.

Читайте нас: