Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Март 2020, 16:30

Яҙғы баҫыу эштәре алдынан ҙур кәңәшмә

Район аграрсылары традицион ауыл хужалығы конференцияһында сәсеүҙе үткәреү стратегияһы тураһында фекер алышты.

Әйткәндәй, Аксен агросәнәғәт колледжында үткән быйылғы осрашыу, яҙғы миҙгелгә генә арналманы. Ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы, баҫыу культураларын селекциялау һәм орлоҡсолоҡ, малсылыҡ тармағында фәнни-тикшеренеү йүнәлештәре, тупраҡты агрохимик тикшереү һәм башҡа бик күп мәсьәләләр ҡаралды.
Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков, ғалим-аграрсылар, хакимиәт башлығы урынбаҫары Данир Әхмәҙишин етәкселегендә ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре, ветеринария табиптары, фермерҙар ҡатнашлығындағы конференция колледж буйлап экскурсиянан башланды. Сарала ҡатнашыусылар уҡыу корпусында, музейҙа булды, студенттарҙың йәшәү шарттары менән танышты, айырыуса оҫтаханалар ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр “Мәғариф” милли проект сиктәрендә, колледж “Агрономия”, “Ауыл хужалығы биотехнологиялары” “Сити-фермерлыҡ”, “Ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау” һәм “Ветеринария” компетенциялары буйынса оҫтаханалар асыуға грант яуланы. Колледж директоры, ауыл хужалығы фәндәре докторы Ришат Әбделвәлиев етәкселегендә педагогтар һәм студенттар, оҫтанаханаларҙағы уникаль ҡорамалдарҙың мөмкинлектәрен күрһәтеп, ҡунаҡтарға мауыҡтырғыс экскурсия ойошторҙо.
Алда торған сәсеү кампанияһы мәсьәләләрен тикшереү барышында Данир Әхмәҙишин, райондың барлыҡ категория хужалыҡтары буйынса 49997 гектар майҙанға иген культуралары (уҙған йыл менән сағыштырғанда 111 процент) сәсеү күҙаллана, шуның 36714 гектарын яҙғы культуралар биләй, тип билдәләне. Техник культуралар 21341 гектарға (уҙған йыл менән сағыштырғанда 87 процент) сәсеү планлаштырыла.
Ужым культуралары 13283 гектарға сәселгән. Монолиттар үҫтереү һөҙөмтәләре буйынса культуралар яҡшы хәлдә.
- Беҙҙең бурыс – иген культураларының тулайым йыйымын 92,8 мең тоннаға еткереү. Бер баш шартлы малға кәмендә 30 центнер һалам-бесән һәм һутлы аҙыҡ берәмеге әҙерләргә кәрәк. 7970 тонна ит, 10970 тонна һөт етештерергә ниәтләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Данир Әнүәр улы.
2020 йылда агросәнәғәт комплексы үҫешенең стратегик йүнәлештәре, дәүләт ярҙамы саралары тураһында ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков һөйләне. Яҡташыбыҙ, профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы Рөстәм Кираев, ул күптән түгел генә Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтына етәкселек итә, ауыл хужалығы тармағында перспективалы фәнни тикшеренеү йүнәлештәре менән таныштырҙы. Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институты ғалимдары ла сығыш яһаны.
Агросәнәғәт комплексы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләгән һәм йәш быуынды тәрбиәләгән өсөн Аксен агросәнәғәт колледжы директоры Ришат Әбделвәлиевҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаты тапшырылды. Агросәнәғәт комплексы үҫешенә шәхсән ҙур өлөш индергәне, ауыл хужалығы һөнәрҙәре абруйын күтәргәне, ауылдың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн “Заря” йәмғиәте етәксеһе Наил Әминевҡа һәм Ниғмәтулла ауылынан фермер Илһам Дибаевҡа рәхмәт хаттары тапшырылды. “Агро МТС” йәмғиәтенең генераль директоры Йәүҙәт Сафин Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Аксен колледжы сығарылыш студенттары төркөмө лә уҡыу йортона бүләк тапшырҙы.
Читайте нас: