Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Март 2020, 12:25

Сәсеүгә әҙерләнәбеҙ

Яҙғы баҫыу эштәрендә 360 берәмектән ашыу техника ҡатнашасаҡ.

Дым ҡаплатыуға һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға - 48 трактор, иген культураларын сәсеүгә – 110, ә техник культураларға 84 агрегат йәлеп ителәсәк.
-Бөгөн барлыҡ категория хужалыҡтарҙа ла ауыл хужалығы машиналары һәм трактор паркының әҙерлеге 90 проценттан ашыу тәшкил итә. Техниканы әҙерләү 20 мартҡа тиклем тамамланырға тейеш. Графикка ярашлы, 1 апрелдән 10 апрелгә тиклем үҙйөрөшлө техника техник ҡарау үтергә тейеш, - тине район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш инженеры Наил Вәлиәхмәтов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, районда яҙғы культураларҙы 61 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү күҙаллана, шул иҫәптән яҙғы иген культуралары 36 мең гектарҙы биләйәсәк.
Читайте нас: