Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Февраль 2020, 16:35

Шытымдарҙың торошон тикшерер мәл

“Россельхозцентр” белгестәре ғәҙәттәгесә, ғинуар-февраль айҙарында ужым культуралары сәсеүлектәре торошон билдәләй.

Әлшәй аграрсылары көҙөн 14094 гектарға ужым культуралары сәсте. Шуның 7570 гектарын - ужым арышы, 5763 гектарын - ужым бойҙайы һәм 800-гә яҡын гектарҙы ужым шипкәне биләй.

- Бөгөн ужым культураларының торошо һәйбәт. Ләкин алда февраль, март айҙары, яҙын да, былтыр апрель айындағы кеүек, көтмәгәндә һалҡындар булыуы мөмкин, - ти “Россельхозцентр” филиалы етәксеһе Радик Гәрәев.

Әммә белгестәрҙең тәүге тикшереүҙәренән шул аңлашыла, ҡыштың йылы килеүе ҡоротҡостарҙың ҡышлауы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Мәҫәлән, ужым себене личинкалары норманан ике тапҡырға артып киткән. Шуға ла яҙын ужым культуралары сәсеүлектәрен ужым себененә ҡаршы мотлаҡ химик эшкәртеү үткәрергә кәрәк, ти эксперттар. Шулай уҡ бығаса күҙәтелмәгән йылы һауа торошо сәсеүлектәр өҫтөндә боҙ ҡатламы барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итте, ә был үҫемлектәрҙең сереүенә килтерә. Шунлыҡтан “Россельхозцентр” белгестәре яҙын иң беренсе ужым культуралары сәсеүлектәрендәге боҙ ҡатламын бөтөрөү буйынса агротехник саралар күрергә тәҡдим итәләр.

Тәжрибәле үҫемлекселәр монолит һынау үткәреү кеүек диагностика алымының бик мөһим булыуын яҡшы белә. Эксперттар үткәргән тикшереүҙәр буйынса агротехник саралар ярҙамында сәсеүлектәрҙең торошон яҡшыртырға һәм һөҙөмтәлә мул уңыш алырға мөмкин. Сәсеүлектәр торошон баһалау өсөн “Заря”, “Агрокоопинвест”, “Колос”, “Маяҡ”, “Урал сауҙа компанияһы” ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер Рәсүл Шәмсетдинов монолиттар ебәргән дә инде.

Февраль башланды, тимәк, баҡсасылар өсөн дә тиҙҙән үҫентеләр ултыртыу миҙгеле етә. Был осорҙа күп кенә һорауҙар ҙа була торған, уларға баҡса-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәре бушлай яуап бирәсәк. Шулай уҡ бында ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы һыналған биологик һәм химик саралар, йәшелсә культуралары орлоҡтарын да тәҡдим итәләр.

Әлфиә Рафиҡова үҫемлектәрҙе айыра.

“Росельхозцентр” белгестәре ике аҙнаға яҡын шытымдарҙы үҫтерә һәм һуңынан ентекле анализ яһай: үҫемлектәрҙең ҡуйылығын, ауырыуҙар булыу-булмауын, ҡоротҡостарҙың зыян килтереүен билдәләй, һәләк булыу процентын иҫәпләп сығара. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү буйынса һығымта яһала.

Читайте нас: