Әлшәй хәбәрҙәре
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Декабрь 2019, 16:40

Уңған да һуң Казанка һауынсылары!

Элекке йылдарҙағы кеүек үк, Галина Кирәева етәкселегендәге Казанка һөтсөлөк фермаһы һауынсылары һөт етештереү буйынса ал бирмәй.

- Малсылыҡ хужалыҡтарында ҡышлатыу ғәҙәти режимда үтә. Аҙыҡ етерлек – һәр баш малға 29,5 центнер һутлы аҙыҡ һәм һалам-бесән әҙерләнгән. Рационға жом һәм патока кеүек өҫтәмә аҙыҡ та индерелгән. Бөгөн һәр һыйырҙан тәүлеклек һауым былтырғы күрһәткестән 800 грамға күберәк һәм 7,9 литр тәшкил итә, - ти ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Флүр Солтанов.

Элекке йылдарҙағы кеүек үк, Галина Кирәева етәкселегендәге Казанка һөтсөлөк фермаһы һауынсылары һөт етештереү буйынса ал бирмәй. Алдынғы һауынсылар исемлегендә беренсе булып Людмила Воробьева (тулайым һауым - 182,9 тонна) тора. Уның артынан әхирәттәре Татьяна Предатченко (172,7 т) һәм Гөлсимә Хәйретдинова (172,6 т) килә. Шулай уҡ Людмила Соколова ла (163,9 т) - тулайым һауым буйынса алдынғы ун һауынсы иҫәбендә.

Читайте нас: