-5 °С
Болотло
Бөгөн заводтың сеймал запасы 600 мең тоннанан артып китте. Завод эшселәренең өмөтө быйыл тулыһынса аҡланды. Сеймал уларға бик оҙаҡҡа етәсәк. Декабрь айы башланһа ла, әле һаман сөгөлдөр ҡабул итеү пунктына татлы тамыр килтерәләр.
Шәкәр ҡайнатыусылар 400 мең тоннаға яҡын сөгөлдөр эшкәртте лә инде, 61 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерелгән. Был миҙгелдә бында кәмендә 94 мең тонна татлы продукция алырға ниәтләйҙәр.