Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Ноябрь 2019, 11:51

Һөтһөҙ сәйҙең ни тәме!

Һөт элек магазиндарҙа быяла шешәләрҙә һатыла торғайны. Ҙур-ҙур мискәләрҙән сиратҡа тороп алған ваҡыт та булды. Тиҙҙән автоматтарҙан ғына барып ала башларбыҙ әле.

Бәләбәй ҡалаһында тәүге һөт автоматы ҡуйылған да инде. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бер литр һөт – 35 һум тора. Һауытты үҙең менән алып килергә кәрәк. Системала даими температура – 4 градус. 100 литрлыҡ һауыт һөт менән тултырылған. Бер тәүлек эсендә алып бөтмәһәләр, яңы һөт менән алмаштыралар.

Бәләбәй фермерҙары үҙҙәре йәшәгән төбәктә киләһе йылда тағы бер һөт автоматы ҡуйырға ниәтләй.

"Йәншишмә" гәзитенән.
Читайте нас: