Әлшәй хәбәрҙәре
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Ноябрь 2019, 13:00

Донъяла иң оло, иң хөрмәтле Һәм мәңге йәш һөнәр - игенсе!

Тәжрибәле механизатор Рәмил Фәхриев Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

“Агрокоопинвест” ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы Рәмил Йәүҙәт улы Фәхриевтың бөтә тормошо тыуған ауылы баҫыуҙары менән бәйле. 60 йыл ғүмеренең утыҙ йылын ул ер һөрөүгә, иген сәсеүгә һәм уңыш урып йыйыуға арнаған. Яҙғы баҫыу эштәре лә, ураҡ та, тупраҡты киләһе миҙгелгә әҙерләү ҙә уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Ергә күмелгән һәр орлоҡ бөртөгө уның күңел йылыһы менән һуғарылған, һәр береһенә йөрәк көсө бөркөлгән.

- Крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫтем. Мәктәптән һуң армияла хеҙмәт иттем, унда ике йыл БАМ төҙөүҙә ҡатнаштым. Тыуған ауылыма ҡайтҡас өйләндем, ғаиләбеҙ менән Ҡаҙағстанға сығып киттек, ләкин оҙаҡҡа түгел. Сөнки өс бер туған араһынан атай нигеҙендә йәшәү бәхете миңә эләкте.Тыуған ерҙә икмәк үҫтереү иһә минең булмышым, - ти, йылмайып Рәмил Йәүҙәт улы.

Ҡасандыр егет механизаторлыҡ оҫталығына өлкән иптәштәре - киң билдәле Әүрез игенселәренән өйрәнһә, бөгөн инде был өлкәлә унан да тәжрибәлерәк кеше юҡтыр, моғайын. Уға төрлө техникала эшләргә тура килә. Ҡаҙағстанда уҡ К-700 тракторына ултыра. Шулай итеп, әкренләп ошондай техниканы үҙ итә. Оҙаҡ йылдар ул тағы ла бер тоғро “дуҫы”- Т-150 тракторында хеҙмәт һала.

- Рәмил - ышаныслы, тәжрибәле игенсе. Техниканы биш бармағылай белә, намыҫ менән эшләй. Уның һымаҡ оҫта итеп ер һөрөүсе лә һирәктер. Сәсеү алдынан тупраҡты эшкәртеү һәм туңға һөрөү кеүек яуаплы бурыстарҙы тап уға ышанып тапшырабыҙ. Беҙҙең тармаҡта бындай профессионалдың булыуы – ҙур уңыш, - ти уның тураһында етәкселек.

- Уның ҡулынан килмәгән эш юҡ, оҫтаһының оҫтаһы инде. Бына тигән итеп салбар ҙа тегеп кейә, баҫыуҙа – алмаштырғыһыҙ механизатор ҙа, - ти коллегалары.

Ярҙамсыл, һәр эшкә лә маһир Рәмил Йәүҙәт улын ауылдаштары ла ихтирам итә. Уңған тракторсының һәләттәре күп, ул балта оҫтаһы ла, ташсы ла, атаһынан күскән кәсеп – мейес сығарыусы ла.

Күптән түгел Әлшәй механизаторы Өфөгә республиканың иң яҡшы аграрсылары менән бергә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү тантанаһына саҡырылды. Унда күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәмил Йәүҙәт улына Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.

Әлшәй механизаторына награданы беренсе вице-премьер Андрей Назаров тапшырҙы.
Читайте нас в