Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған аграр тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәрен республика Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
- Крәҫтиән хеҙмәтенең ни тиклем ауыр икәнен яҡшы беләм. Ауылда ниндәй һоҡланғыс кешеләр йәшәүе һәм эшләүе тураһында һәр ваҡыт ғорурланып һөйләйем. Һеҙ – тыуған республикабыҙҙың ғорурлығы. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, тыуған ергә һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! – тине Радий Фәрит улы, игенселәр һәм малсылар, ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары етәкселәре һәм белгестәренә мөрәжәғәт итеп.
Республика башлығы быйыл 3,3 млн тоннанан ашыу иген культуралары уңышы йыйып алыныуы тураһында әйтеп үтте, бөгөн шәкәр сөгөлдөрө һәм майлы культуралар урағы дауам итеүен билдәләне. Йыл башынан 240 мең тонна мал һәм ҡош-ҡорт ите етештерелгән, 1,3 млн тонна һөт һауып алынған. Ауыл хужалығында ла, эшкәртеү сәнәғәтендә лә эшлекле әүҙемлек арта. Быйыл ғына инвестиция сәғәттәрендә 85 млрд һумлыҡ 44 проект хупланды. Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостан икенсе йыл рәттән ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса лидер булып тора.
Республика Башлығы, ауыл эшсәндәре өсөн иң мөһиме - лайыҡлы тормош шарттары тыуҙырыу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2020 йылда ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү буйынса яңы федераль программа эшләй башлай һәм Башҡортостан да унда әүҙем ҡатнашасаҡ. Бүленгән аҡсалар торлаҡ, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөүгә, һыу, газ үткәреүгә, урамдарҙы яҡтыртыуға тотоноласаҡ.
Был көндө республика Хөкүмәтенең дәүләт наградалары, почетлы исемдәре һәм дипломдарына 150 ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәне лайыҡ булды. Республика агросәнәғәт комплексының иң яҡшы вәкилдәре араһында әлшәйҙәр ҙә бар. Яуаплылығы сикләнгән “Агрокоопинвест” йәмғиәте тракторсыһы Рәмил Йәүҙәт улы Фәхриев Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
“Заря” ауыл хужалығы предприятиеһы тракторсы-машинисы Илгиз Латип улы Иҙрисовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелде.
Яуаплылығы сикләнгән “Раевсахар” йәмғиәтенең баш метрологы – контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика лабораторияһы етәксеһе Сямриков Игорь Николаевич “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
“Раевка” ауыл хужалығы предприятиеһының техник-осеменаторы Әхмәҙиев Илдар Минулла улы “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” номинацияһында дипломға лайыҡ булды.