Йәштәргә төрлө дәртләндерү саралары һәм хеҙмәт хаҡы юғары булыуға ҡарамаҫтан, “Башҡортостан бройлеры” ҡошсолоҡ фабрикаһында эш еңелдән түгел. Әммә шуға ҡарамаҫтан, бер кем дә бында зарланмай. Киреһенсә, райондан, республиканан ситкә китмәй, тыуған яҡтарында эшләүҙәренә ҡәнәғәт улар, ә план күрһәткестәрен үтәгәндә - лайыҡлы эш хаҡы, арттырып үтәгәндә өҫтәмә бонус та ҡаралған.
Бөгөн предприятиела 3/3-сө майҙансыҡ производсто күрһәткестәре буйынса иң алдынғыларҙан һанала.
*Тулы соцпакет
*“Аҡ” хеҙмәт хаҡы, төп персоналға эш хаҡы 25-35 мең һум
*Хеҙмәткәрҙәрҙе эш урынына бушлай алып барыу һәм алып ҡайтыу
*Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә республика шифахаларына юлламалар
*Хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына һауыҡтырыу лагерҙарына юлламалар
*Йыл һайын үткәрелеүсе спартакиада, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан корпоратив саралар, яңы йыл кисәләре
*Йәш белгестәрҙең БР агросәнәғәт комплексы кадрҙар потенциалына ярҙам күрһәтеү дәүләт программаһында ҡатнашыуы
*Башҡортостан дәүләт аграр университеты һәм Аксен агросәнәғәт колледжы менән хеҙмәттәшлек итеү
*Йыл һайын белгестәрҙең илебеҙҙә, шулай уҡ сит илдә квалификацияһын күтәреү
*Хеҙмәт хаҡын йыл һайын индексациялау
*Йыл йомғаҡтары буйынса 13-сө хеҙмәт хаҡы
*Барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе махсус кейем һәм шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү
*Йыл һайын хеҙмәткәрҙәргә грипҡа һәм талпан энцефалитына ҡаршы вакцинация үткәреү