Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Октябрь 2019, 15:40

Фермерҙар өсөн программалар

Ауыл хужалығы продукцияһының төп төрҙәрен етештереүҙә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының өлөшө йылдан-йыл арта. Район фермерҙары һөрөнтө ерҙәрҙең 30 процентын эшкәртә һәм бөтә һыйыр малдарының 15 проценты уларҙа аҫрала.

Фермерлыҡ хәрәкәтенә ярҙамға йүнәлтелгән дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу фермерлыҡты артабан үҫтереүгә яҡшы дәртләндереү сараһы булып тора. Һүҙ “Яңы эш башлаусы фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларына ярҙам” һәм “Агростартап” программалары тураһында бара.

Быйыл дәүләт тарафынан бүленгән ярҙам суммаһы 18 млн һумдан ашыу тәшкил итте. Был симменталь тоҡомло 140 баш тана, башҡорт тоҡомло 110 ат, 120 умарта күсе һәм ауыл хужалығы техникаһы ҡайтартыу мөмкинлеге бирәсәк.

Читайте нас: