Хәҙер күҙ алдына килетереү лә ауыр, әммә ҡасандыр “Башҡортостан бройлеры” корпустары урынында иркен баҫыуҙар ғына ине. Ҡошсолоҡ комплексы 2011 йылда төҙөлә башланы. 2013 йылда бында тәүге партия йомортҡалар алына, ә тағы ла бер йылдан һуң йылына 30 млн йомортҡа алып, проект тулы ҡеүәтенә ғәмәлгә ашырыла башлай. Бөгөн ошо инвестиция проектының киләһе этабы - етештереү күләмен 2,5 тапҡырға арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан сирттағы төҙөлөш эштәре башланды.
Төҙөлөш эштәренең нисек барыуы, тоҡомсолоҡ предприятиеһында ағымдағы эштәр, коллективтың уңыштары тураһында башҡарма директор Руслан Рафиҡов менән әңгәмәләшәбеҙ.
- “Башҡортостан бройлеры” – ябыҡ типтағы ҡошсолоҡ предприятиеһы – был проект республика менән инвестиция килешеүенә ярашлы бойомға ашырыла. Ҡошсолоҡ комплексы Arbor Acres кросы инкубация йомортҡалары етештерә, илебеҙ өсөн перспективалы, Рәсәйҙең климат шарттарына яраҡлашҡан бройлерҙар үҫтерә. Предприятие ете производство майҙансығынан тора. Дүрт корпуста – 100 мең себеш, һигеҙ корпуста 166 мең баш тауыҡ аҫрала, органик ашлама әҙерләү һәм зыянлаған ҡош-ҡортто ярып ҡарау һәм артабан утилләштереү өсөн бер компост майҙансығы бар. Комплекстың тулы ҡеүәте – йылына 30 млн тоҡомло йомортҡа етештереү.
- Ҡошсолоҡ комплексы бөтә заманса технология һәм биохәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Беҙ яҡындағы ҡошсолоҡ фермаларынан 70 километр алыҫлыҡта урынлашҡанбыҙ, тоҡомло тауыҡтар Шотландияла аҫрала һәм таҙа майҙансыҡҡа ҡайтартыла, был биоһаҡланыштың юғары кимәлен тәьмин итә. Икенсенән, беҙ яһалма аталандырыуҙың иң масштаблы технологияһын ҡулланабыҙ, ул юғары производство күрһәткестәренә өлгәшеү мөмкинлеге бирә. Өсөнсөнән, беҙҙә бөтә продукция ҡалдыҡһыҙ етештерелә. Ҡош-ҡорт тиҙәген тиҙ арала ашламаға әйләндереү өсөн махсус препараттар ҡулланыу технологияһы эшләнде. Тиҙәк органик ашламаға әйләндерелә һәм “Башҡортостан игенселек компанияһы” предприятиеһы баҫыуҙарына индерелә. Дүртенсенән, беҙ үҙебеҙ ҡатнаш аҙыҡ етештерәбеҙ.
Һәм һуңғыһы, иң мөһиме, продукцияның сифаты юғары. Йомортҡа йыйыу, маркировкалау, төрөү тулыһынса автоматлаштырылған. Продуцияның һәр партияһы ветконтрль үтә, бойондороҡһоҙ лабораториялар йомортҡаларҙы даими тикшерә.
Кросс менән тәьмин итеүсе Авиаген компанияһы фекеренсә, “Башҡортостан бройлеры” етештереү күрһәткестәре буйынса тармаҡтың иң яҡшы предприятиелары иҫәбенә инә.
- Эйе. Проекттың икенсе сираты себештәр аҫрау өсөн һигеҙ корпустан торған тағы ла ике майҙансыҡ, тауыҡтар өсөн дүрт майҙансыҡ (16 корпус) төҙөүҙе үҙ эсенә ала. 2019-2021 йылдарҙа барлығы 24 корпус төҙөлөргә тейеш. 2020 йылда - ҡош-ҡорт ҡайтартып, 2022 йылда икенсе сираттың тулы проект ҡеүәтенә өлгәшеү – йылына 115 млн йомортҡа етештереү планлаштырыла. Төҙөлөш июлдә башланды, бер үк ваҡытта инженерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыу һәм тоташтырыу эштәре лә алып барыла. Төҙөлөш предприятиеның үҙ средстволары иҫәбенә финанслана.
- Беҙҙең тырыш коллективта бөгөн 220 кеше хеҙмәт һала, уларҙың күбеһе – урындағы халыҡ. Ҡошсолоҡ комплексының, тәү сиратта, Әлшәй районы халҡын эш менән тәьмин итеүен күҙ уңында тотабыҙ. Йәштәрҙе бик шатланып ҡабул итәбеҙ. Эшкә урынлашҡан һәр кеше махсус уҡыу үтә. Уны белгестәребеҙ, ҡош-ҡортто яһалма аталандырыу буйынса операторҙар, ҡош ҡараусылар үткәрә. Әгәр бер ауылдан 10 кеше эшләһә, беҙ уларҙы эш урынына алып барып илтеп ҡуябыҙ. Иң яҡшы эшселәргә дәртләндереү саралары ҡаралған. Бер һүҙ менән әйткәндә, предприятиебыҙҙа хеҙмәт һалыуҙың ыңғай яҡтары аҙ түгел. Шулай булғас, беҙгә эшкә килегеҙ.