Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Октябрь 2019, 15:50

Баҫыу эштәре тамамланып килә

Октябрь айы тамамлана. Аграрсылар өсөн ҙур һынау булып торған сираттағы миҙгел артта ҡалды тиһәң дә була.

- Йыл үҫемлекселек өсөн бик үк уңайлы булманы, - ти ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына. – Апрелдең тәүге яртыһында ҡырауҙар булыу сәбәпле, 2931 гектарҙа ужым культуралары һәләк булды. Үҫемлектәрҙең вегетация осоро башланғас, көндәрҙең һалҡын тороуы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫешен туҡтатты. Артабан бер айҙан ашыу яуым-төшөм булманы, был да сәсеүлектәргә кире йоғонто яһаны.

Иген культуралары урағы осоронда яуған ямғырҙар уңыш йыйыуҙы әкренәйтте. Быларҙың бөтәһе лә уңдырышлылыҡҡа туранан-тура йоғонто яһаны. Әммә ошондай ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, район аграрсылары үҫтерелгән уңышты йыйып алды. 44881 гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙанынан 98177 тонна ашлыҡ һуҡтырылды. Һәр гектарҙан уртаса 21,9 центнер иген алынды.

Яҙғы сәсеүгә орлоҡ етерлек күләмдә тупланды һәм 7767 тонна иген һаҡлауға һалынды. Киләһе йыл уңышына ла нигеҙ һалынып, 14094 гектарҙа ужым культуралары сәселде. 45800 гектарҙа туңға һөрөү эштәре тамамланды.

Инде хәҙер уңыш бураларҙа, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыштың да күп өлөшө йыйып алынды. Әйткәндәй, быйыл техник культуралар өсөн йыл уңайлы булды. Майлы культура 12100 гектар (87 процент) майҙандан йыйып алынды, 18050 тонна көнбағыш һуҡтырылды. Көнбағыштың уңышы республика буйынса иң яҡшыларҙан – гектарынан 14,9 центнер тәшкил итә.

Ошо көндәрҙә татлы тамыр урағы һуңғы гектарҙарҙа алып барыла. Сөгөлдөрсөләр бөтә плантацияларҙың 90 процентын – 4607 гектар майҙандың уңышын йыйып алды. Был культураның уңышы ла үткән йылдағынан юғары – гектарынан уртаса 300 центнер. 138100 тонна тамыр аҙыҡ сығарылған, баҫыуҙарҙа был эшкә ун комбайн йәлеп ителгән.

Читайте нас: