0 °С
Болотло
Кооперация беҙҙең республикала, бөтә Рәсәй кимәлендәге кеүек үк, әлегә йәш хәрәкәт булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда йөҙҙән ашыу ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары булдырылды ла инде.
Хәҙерге ваҡытта районыбыҙҙа һөт йыйыу, һаҡлау, оҙатыу һәм һатыу буйынса дүрт кооператив эшләй. 45 шәхси ярҙамсы хужалыҡ, 20 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм биш шәхси эшҡыуар ошо хәрәкәткә ҡушылды. Быйыл кооперативтарҙың матди-техник базаһын үҫтереүгә 17 млн һум дәүләт ярҙамы бүленде. Бөгөн “Сығанаҡ” кооперативы иң ҙур кооперативтарҙан һанала.