Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Октябрь 2019, 11:51

Уңыш сере ябай – технологияларҙы аныҡ үтәү

“Башҡортостан бройлеры” агросәнәғәт предприятиеһы йылына 30 млн Arbor Acres кросы инкубация йомортҡалары етештерә.

Яһалма аталандырыуҙың масштаблы технологияһы менән эшләүсе заманса ҡошсолоҡ комплексы ете етештереү майҙасығынан тора, унда ике йөҙҙән ашыу кеше хеҙмәт һала.

Тоҡомло бройлер йомортҡаһын дүрт цех-майҙансыҡта (һигеҙ корпуста) алалар. Бөгөн барлыҡ етештереү күрһәткестәре буйынса яһалма аталандырыу операторҙары Нияра Чабанова һәм Фәнис Мусин эшләгән 3/3-сө майҙансыҡ алдынғылар сафында килә.

Нияра Мөхтәрәм ҡыҙы бында “Башҡортостан бройлеры” асылғандан бирле хеҙмәт һала. Тәүҙә ҡошсо була, унан һуң келәт мөдире вазифаһында үҙен һынап ҡарай һәм бына бер нисә йыл – ҡош-ҡортто яһалма аталандырыу операторы һәм майҙансыҡта өлкән хеҙмәткәр.

- Был цехтың продукцияһын заказсыларға ебәрәбеҙ, - ти етештереү буйынса директор, 26 йыл хеҙмәт тәжрибәһе булған белгес, беҙҙең районға алыҫ Иркутск өлкәһенән килгән Надежда Спичка. – Коллективыбыҙ татыу, берҙәм, майҙансыҡтың производство күрһәткестәре лә башҡаларға ҡарағанда юғары.

Ә операторҙың эшендә төп күрһәткес, әлбиттә, аталандырылған тауыҡтар һәм йомортҡа һаны, улар "алтын йомортҡалар" һатып алыусы предприятиеларҙың инкубация цехтары тарафынан контролдә тотола. Тимәк, операторҙың эше бик мөһим – уларҙың эш һөҙөмтәләре буйынса партнерҙар “Башҡортостан бройлеры”н баһалай. Йомортҡаларҙың аталандырыу сифаты ни тиклем юғары булһа, ҡошсолоҡ комплексының абруйы ла шул тиклем ҙур.

- Эйе, эшебеҙ еңел түгел, әммә ул миңә оҡшай, - ти Нияра Мөхтәрәм ҡыҙы. – Коллективыбыҙ йәш, һәр кем намыҫ менән эшләй. Тырышлығыбыҙҙы етәкселек тә күрә. Яҡшы эшләһәң, заказсынан яҡшы баһа алаһың, тимәк, хеҙмәт хаҡы ла лайыҡлы була. Ул ғына ла түгел. Иң яҡшылар шифаханаларға юллама менән бүләкләнә. Балаларыбыҙ ҙа предприятие иҫәбенә һауыҡтырыу лагерҙарында ял итә.

Предприятиела тормош күңелле, майҙансыҡтарҙы биҙәү буйынса конкурстар, йәйге спартакиадалар, корпоративтар, байрамдарҙы бергәләп үткәрәбеҙ, майҙансыҡтар араһында тәжрибә уртаҡлашабыҙ, яңы эшкә килгәндәрҙе өйрәтәбеҙ. Ә беҙҙең эштә уңыш сере бик ябай – иң мөһиме – технологияны аныҡ үтәү, - ти тәжрибәле ҡош ҡараусы

Читайте нас: