Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Октябрь 2019, 12:23

Көҙгө муллыҡ һәм уңыш байрамы

Майҙанда шулай уҡ тағы ла бер сағыу сара – самауырҙар күргәҙмәһе үтте

Күптән көтөлгән йәрминкә бөтә халыҡты үҙенә йәлеп итеп, район үҙәгенең Совет майҙанына саҡырҙы.

Шау-шыулы, күңелле йәкшәмбе иртәһе. Был көндө барыһы ла өйҙәренән иртәрәк сығырға тырышты, сөнки район үҙәгендә бөгөн - күптән көтөлгән йәрминкә. Бында осһоҙораҡ хаҡҡа аҙыҡ-түлек, башҡа тауарҙар һатып алырға, мәктәп уҡыусылары, белем биреү учреждениелары коллективтары ижади эштәре күргәҙмәһен һәм, әлбиттә, социаль-мәҙәни үҙәк артистары сығышын ҡарарға мөмкин.

Әлшәйҙәр, килгән ҡунаҡтар өсөн милли кейемдәр парады, районда һәм республикала йәшәгән башҡорт, рус, татар, сыуаш, украин халыҡтарын берләштереүсе үҙенсәлекле этно-байрам матур бүләк булды.

Майҙанда шулай уҡ тағы ла бер сағыу сара – самауырҙар күргәҙмәһе үтте. Был конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең сәй табынына ҙур һәм бәләкәй, тоноҡ һәм ялтырауыҡлы, күмер менән электр ярҙамында ҡайнатылыусы самауырҙар, бала саҡтан хәтерҙә ҡалған өләсәйҙәр самауыры, бер һүҙ менән әйткәндә, күҙ яуын алырлыҡ тоташ бер самауырҙар аллеяһы тәҡдим итте.

Эргәлә генә кәсепселәр оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, сәхнәлә дәртле бейеүҙәр башҡарылды, күңелле йырҙар яңғыраны, тамашасылар ҙа артистарға ҡушылып йырлап-бейеп күңел асты.

Белем биреү учреждениелары үҙҙәренең этно-ихаталарында барыһын да тәмле ҡамыр ризыҡтары һәм хуш еҫле самауыр сәйе менән һыйланы.

Һәр ерҙә байрам кәйефе һиҙелде: үҙ участкаларында үҫтергән йәшелсә-емеш менән һатыу итергә килгән мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы коллективтары һәм район халҡының күргәҙмә рәттәре эргәһендә лә халыҡ күп булды. Мәҫәлән, Ҡармыш мәктәбе үҙ участкаһынан 200 кг картуф, 170 кг ҡыҙыл сөгөлдөр, 180 кг кишер, 30 кг кәбеҫтә, 50 кг ҡабаҡ, 8 кг фасоль, 39 кг ҡара ҡарағат йыйып алған. Райондың башҡа мәктәптәре һәм балалар баҡсалары кеүек үк, улар ҙа көҙгө уңыштың бер өлөшөн йәрминкәгә алып килгән.

Һәр ваҡыттағыса, 2-се, 4-се мәктәптәр, башҡорт лицейы, Раевка гимназияһының күргәҙмә-экспозициялары күҙ яуын алып торҙо. Балалар баҡсалары, Пионерҙар йорто хеҙмәткәрҙәре лә ижади фантазияһы менән һоҡландырҙы. Был юлы Пионерҙар йорто коллективы – “Көҙ оҫтаханаһы” номинацияһында, 5-се балалар баҡсаһы “Ғәжәп йәшелсә” номинацияһында билдәләп үтелде.

Йәрминкә йомғаҡтары буйынса мәғариф бүлеге комиссияһы урта мәктәптәр араһында беренсе урынды гимназияға бирҙе. 2-се мәктәп – икенсе, Раевка 4-се һәм Шафран мәктәптәре өсөнсө урынды бүлеште. Төп белем биреү мәктәптәре араһында Красный Клин мәктәбе – беренсе, Сурай – икенсе, әбдрәшиттәр өсөнсө урынды алды.

Балалар баҡсалары араһында 2-се һәм 4-се баҡса – беренсе, 1-се һәм 6-сы баҡса – икенсе, 3-сө һәм 7-се баҡса өсөнсө урынды яуланы.

Мангалдарҙа хуш еҫле шашлыҡ беште. Халыҡ йәшелсә, ит, бал, колбаса изделиелары, шәкәр, ашлыҡ, һалам, арпа, бойҙайҙы бик теләп алды. Т. П. Жук, З. М. Ғәйетов, Р. А. Ахунов, Д. В. Төхвәтшин крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Раевка”, “Заря”, “Агро МТС”, “БЭК”, “Агрокоопинвест”, “Әлшәй-ит”, “Раевсахар”, “Башҡортостан бройлеры” йәмғиәттәре, ағалы-ҡустылы Хәйретдиновтар үҙ продукцияһын уңышлы һатты.

Халыҡ йәрминкәнән таралырға ашыҡманы. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған көҙгө йәрминкә ысын мәғәнәһендә муллыҡ һәм уңыш байрамы булды.

Читайте нас: