Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Октябрь 2019, 12:04

150 мең тоннанан ашыу сеймал әҙерләнгән

Был көндәрҙә баҫыуҙарҙа “татлы” ураҡ йылдам бара, Раевка шәкәр ҡайнатыусыларының да эше күп.

Завод цехтары тулы ҡеүәтенә эшләй, иртә таңдан төнгә тиклем бында яңы уңыш ҡабул итәләр.

Бөгөн Раевка шәкәр заводы 150 мең тоннанан ашыу сеймал әҙерләгән. Шәкәр ҡайнатыусыларға уңыш Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Миәкә, Кушнаренко, Туймазы, Ҡырмыҫҡалы һәм, әлбиттә, Әлшәй баҫыуҙарынан килә. Тәүлегенә 9 мең тоннанан ашыу татлы тамыр ҡабул ителә, сөгөлдөрҙөң шәкәрлелеге юғары – 17 проценттан артыҡ. Шәкәр ҡайнатыусылар ҙа ҡалышмай, улар тәүлегенә 4500 тонна сөгөлдөр эшкәртә. Раевка шәкәр заводы бөтәһе 80 мең тоннанан ашыу яңы уңыш эшкәрткән.

Читайте нас: