+3 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә Әлшәй игенселәре һуңғы гектарҙарҙа иген культураларын урып-йыя, ужым сәсеү ҙә тамамланыуға яҡынлаша. Баҫыуҙарҙа шәкәр сөгөлдөрө сығарыу тулы ҡеүәтенә бара, иң кәрәкле һәм киң таралған майлы культураларҙың береһе – көнбағыш та өлгөрҙө.
Районда көнбағыш сәсеүлектәре 14 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Майлы культура урағына тәүгеләрҙән булып “Заря”, “Агрокоопинвест” йәмғиәттәре һәм бер нисә фермер хужалығы механизаторҙары төштө. Көнбағыштың уңышы гектарынан уртаса 12,5 центнер тәшкил итә.
Фото/ Яндекс