Был дауалап булмай торған йоғошло ауырыу үҙәк нервы системаһын зарарлап, үлемгә килтереүе ихтимал.
Кешене ҡотороу сире менән ауырыған хайуан тешләһә, йәиһә уның һеләгәйе яраға, лайлалы тышсаға эләкһә, был ауырыуҙы йоҡторорға мөмкин.
Әгәр һеҙҙе хайуан тешләһә, кисекмәҫтән яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеп, ҡотороу сиренә ҡаршы прививкалар курсы үтергә кәрәк.
-барлыҡ ауыл хужалығы малдарын (аттар, эре һәм ваҡ малдар) һәм йорт хайуандарын (эттәр һәм бесәйҙәр) мотлаҡ йыл һайын ҡотороу сиренә ҡаршы вакцинацияларға, ул район ветеринария станцияһында бушлай яһала;
-уларҙың хужаһыҙ хайуандар менән бәйләнешен булдырмаҫҡа;
-хужаһыҙ хайуанды һыйпап яратҡансы, ашатҡансы йәки өйгә алып ҡайтҡансы, бының эҙемтәләре тураһында уйлағыҙ!
Ҡотороу сирен дауалап булмай, әммә иҫкәртергә мөмкин икәнлекте онотмағыҙ!
Фото/Яндекс