Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Сентябрь 2019, 16:31

Сурай сөгөлдөрсөләре “Холмер” комбайнынан бик ҡәнәғәт

Бөтә республикалағы кеүек, районда ла шәкәр сөгөлдөрө сығарыу тулы ҡеүәтенә бара

Әбейҙәр сыуағының йылы, ҡояшлы көндәрен Әлшәй аграрсылары тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырыша. Иген культуралары бөтә майҙандарҙың 90 процентында йыйып алынһа, 78 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуҡтырылды. Ужым культураларын сәсеү ҙә тамамланыуға яҡынлаша. Киләһе йыл уңышына 13138 гектар – планлаштырылған майҙандың 82 проценты сәселде. Туңға һөрөү ҙә йылдам бара, 43 процент майҙанды эшкәртәһе ҡалған. Аҙна аҙағында районда көнбағыш урағына төштөләр.

Әгәр игенселәр һуңғы гектарҙарҙың уңышын йыйып алһалар, сөгөлдөрсөләрҙең бар мәшәҡәттәре алда әле. Бөгөн 5567 гектар плантациянан 1200 гектар (22 процент) шәкәр сөгөлдөрө сығарылған. Районда тәүгеләрҙән булып “татлы” ураҡҡа “Красный Клин” йәмғиәтендә төштөләр. Шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәренең күп өлөшө, ә ул 4 меңдән ашыу гектар, ошо хужалыҡта үҫтерелгән.

- Был миҙгелдә беҙ шәкәр сөгөлдөрөн 4300 гектарҙан ашыу сәстек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа торошо аграрсыларҙың пландарына йыш ҡына төҙәтмәләр индерә. Июнь башында сәсеүлектәрҙең бер өлөшө ҡом буранынан һәләк булды, - ти “Красный Клин” агрофирмаһы генераль директоры Алексей Рябов.

- Бөгөн татлы тамырҙы һигеҙ комбайн (дүртеһе үҙебеҙҙеке, дүртеһе ситтән) ала. Сөгөлдөрҙөң уңышы яҡшы, гектарынан уртаса 250-300 центнер тәшкил итә. Татлы тамырҙың бер өлөшө баҫыуҙа өйөмдәргә һалына, ҡалғанын шәкәр заводының ҡабул итеү пунктына ташыйбыҙ.

Татлы культура урағы барған баҫыу ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Ҡеүәтле комбайндар, ресторандағы оҫта ашнаҡсы кеүек һабаҡты етеҙ генә киҫеп, татлы тамырҙы тартып сығара. Өйөмдәр эргәһендә тейәгес эшләй. Сираттағы “татлы” йөк артынан саң туҙҙырып, ҡыҙғылт-һары “КамАЗ”дар килә, шулай уҡ ауыр “һулап”, тейәлгән автомобилдәр асфальт юлға сыға. Төрлө хеҙмәттәр ҙә баҫыуҙа дежурҙа тора.

“Агро МТС” йәмғиәте механизаторы Альфред Муллағәлиев та унынсы миҙгел “татлы” ураҡтың уртаһында “ҡайнай”. Ул ҡустыһы Айнур менән алмашлап “Холмер” комбайнында эшләй. Сурай сөгөлдөрсөләре был техниканан бик ҡәнәғәт.

- Бындай агрегатта эшләүе - үҙе бер ҡыуаныс, - тип ихлас йылмая, Альфред Салауат улы.

Читайте нас: