Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Сентябрь 2019, 17:48

“Татлы” ураҡ башланды

Әлшәй аграрсылары шәкәр сөгөлдөрө сығарыуға төштө

Был миҙгелдә ауыл эшсәндәренең мәшәҡәттәре һанап бөткөһөҙ – урып-йыйыу эштәре, һаҡлауға орлоҡ һалаһы, ужым культуралары сәсәһе, ерҙәрҙе туңға һөрәһе, мал аҙығы әҙерләйһе, ҡышҡылыҡҡа малсылыҡ биналарын тәртипкә килтерәһе бар.

Бер һүҙ менән әйткәндә, бик тынғыһыҙ осор. Сентябрь башланыу менән баҫыу эштәренә “татлы” ураҡ та өҫтәлде. Районда шәкәр сөгөлдөрө плантациялары 5567 гектарҙы биләй. Иң ҙур майҙандар, элеккесә, “Красный Клин” ауыл хужалығы предприятиеһында. Бында быйыл 4000 гектарҙан ашыу майҙанда татлы тамыр үҫтергәндәр. Юғары килем биреүсе был культураны игеү менән шулай уҡ “Заря”, “Агро МТС” йәмғиәттәре һәм бер нисә фермер хужалығы шөғөлләнә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары араһында Ниғмәтулла ауылынан Дибаевтар ал бирмәй. Ағалы-ҡустылы фермерҙар йыл һайын районда ғына түгел, бөтә республика күләмендә юғары уңышҡа өлгәшә.

- Шәкәр сөгөлдөрө өсөн йыл уңайлы булды, уңыш мул – гектарынан уртаса 253 гектар. “Татлы” тамыр урағы “Красный Клин” баҫыуҙарында бара, бөгөн унда һигеҙ комбайн эшләй. Шулай уҡ фермер Дибаевтар һәм башҡа хужалыҡтар ҙа уларға ҡушылды, - ти ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына.

Сөгөлдөр эшкәртеүҙе Раевка шәкәр ҡайнатыусылары ла башланы. Бында татлы тамырҙы Саҡмағош, Бүздәк, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Шишмә һәм Әлшәй баҫыуҙарынан ташыйҙар. “Раевсахар” йәмғиәте баш агрономы Татьяна Антоненко билдәләүенсә, сөгөлдөрҙөң шәкәрлелеге уртаса 16,29 процент тәшкил итә. Завод тулы ҡеүәтенә эшләй башланы, шәкәр ҡайнатыусылар тәүлегенә 3500 тоннаға тиклем сөгөлдөр эшкәртә.

Әлшәй аграрсылары һауа шарттарына яраҡлашып, яҙғы культураларҙы ла ура. Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, игенселәр арпа, бойҙай, һоло, ҡарабойҙай уңышын йыя. Барлығы 22274 гектар һуғылған, был бөтә майҙандарҙың 68 процентын тәшкил итә. 40306 тонна ашлыҡ һуҡтырылған, уртаса уңыш - 18,1 центнер. Ужым культуралары 12419 гектарға (78 процент) сәселгән, 25100 гектар (62 процент) туңға һөрөлгән.

Мал аҙығы туплауға килгәндә иһә, бөтә хужалыҡтар ҙа бесән һәм сенаж менән тулыһынса тәьмин ителгән. Бөгөн кукурузды урып, силосҡа һалалар. Ҡышҡылыҡҡа 2200 тонна силос әҙерләнгән, был – планда ҡаралғандың 22 проценты.


Читайте нас: