Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сәләмәт һәм биркаланған ауыл хужалығы малдарын ғына салыу рөхсәт ителә. Клиник тикшереү үткәреү, бруцеллез һәм башҡа ауырыуҙар булыу-булмауға ҡан биреү өсөн район ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ малдарға түләмә ауырыуына ҡаршы прививка яһатылған булырға тейеш. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына һәм башҡа райондарға малдарҙы берҙәм салыу майҙандарына алып барырға планлаштырыуығыҙ тураһында беҙгә алдан хәбәр итегеҙ.
Ошо талаптар үтәлгәндә генә электрон формала ветеринария-оҙатыу документтары тултырыласаҡ.
Ҡорбанға салынасаҡ малды һайлағанда, күсереп йөрөткәндә, һәм салғанда түбәндәге ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү кәрәклеге тураһында онотмағыҙ:
- малдарҙы тик район ветеринария хеҙмәте килешеүе буйынса ветеринария-оҙатыу документтары менән илдең эпизоотик тыныс төбәктәренән генә индерергә; малды махсус йыһазландырылған урындарҙа (мал салыу пункттарында, майҙандарында) ғына салырға;
-итте һәм малдың эсәк-ҡарынын ветеринария-санитария экспертизаһы үткәргәндән һәм келәймә һуҡҡандан һуң ғына ҡулланырға.
Әлшәй район ветеринария станцияһы етәксеһе урынбаҫары