Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Июль 2019, 13:53

Малдар туҡ ҡышлаһын өсөн

Календарҙа июль – йәшел ураҡ осоро. Был көндәрҙә ауыл эшсәндәре өсөн ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүҙән дә мөһим бурыс юҡ.

Мул үләнле туғайҙарҙа, бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр, ҡуҙаҡлы культуралар баҫыуҙарында комбайндар геүләүе тынмай.

“Заря” ауыл хужалығы предприятиеһы эшсәндәре аҙыҡ ихаталарын бесән менән тултырыу өсөн һәр аяҙ көндө файҙаланырға тырыша. Хужалыҡта аҙыҡ әҙерләүгә йыл һайын ҙур иғтибар бүленә. Шуға ла бында тәүгеләрҙән булып йәшел ураҡҡа төштөләр. Бында аҙыҡ сифатының, шулай уҡ малдарҙың продуктлылығы туранан-тура мал аҙығын уңайлы ваҡытта туплауға бәйле булыуын яҡшы аңлайҙар.

Баҫыуҙар буйлап үткәндә бында һәр ерҙә хужаларса ҡараш булыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Юлдың ике яғында – яҙғы иген культуралары, техник культуралар шытымдары ла тигеҙ булып баш күтәргән. Көнбағыш, кукуруз һәм шәкәр сөгөлдөрөнөң таҙа рәттәренә ҡарап күңелдәр күтәрелә. Артабан инде иркен ялан-туғайҙарҙа бесән төргәктәре теҙелеп киткән. Эргәләге баҫыуҙа мал аҙығы йыйыу комбайндары эшләй.

- Үткән йыл менән сағыштырғанда үлән ҡатламы, әлбиттә, бер аҙ ҡайтышыраҡ. Йәй башында ҡоролоҡ булыуы быға йоғонто яһаны, - ти бригадир Рәсүл Сәхәүетдинов.

Туғайҙарҙа эш ҡайнай: кипкән бесән йыйыла һәм хуш еҫле үлән бөхтә итеп төргәккә төрөлөп, КамАЗдарға тейәлә. Юлда туҙан болоттары күтәреп, бер-бер артлы йөк машиналары бесәнде буласаҡ эҫкерт эргәһенә ташый.

Мал аҙығы әҙерләүҙә тәжрибәле звено эшләй. Механизаторҙар Марат Батталов менән Риф Латипов бесәнде саба, Радик Хажимөхәмәтов һәм Илнур Вәлиев тейәй, “камазсылар” Айҙар Хәлиулин, Фларит Әхмәҙуллин һәм Хәлит Латипов әҙер бесәнде аҙыҡ ихатаһына ташый.

Илнур Сәхибгәрәев хуш еҫле үләнде төргәктәргә төрә, ул да был эштә беренсе йыл ғына ҡатнашмай.

- Бик шәп егет, - тип маҡтай уны бригадир. – Яҙын техник культуралар сәсә, унан һуң эшкәртә, әле бына йәшел ураҡта ҡатнаша. Уңыш урып йыйыу осоро еткәс, комбайнға ултырасаҡ. Шофер булып эшләргә лә өлгөрә.

Йәшел ураҡ ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса 1 июлгә районда мал аҙығы культуралары майҙанының 51 проценты сабылған, был 6240 гектар тәшкил итә. Ауыл хужалығы предприятиеларында 4200 тонна бесән (25 процент) әҙерләнгән, 5600 тонна сенаж (18 процент) һалынған.

“Тыуған яҡ баҫыуҙарында эшләүе лә күңелле”, - ти Илнур Сәхибгәрәев.

Автор фотоһы.
Читайте нас: