Әкрен иҫкән елгә тибрәлеп ужым баҫыуҙары йәйрәп ята, епкә теҙелгән ынйы-мәрйендәрҙе хәтерләтеп, шәкәр сөгөлдөрө, горчица, көнбағыш шытымдарының тигеҙ рәттәре күҙҙәрҙе ҡамаштыра, эшкәртелгән пар ерҙәренән аҡһыл томан күтәрелә... Бына ул хозурлыҡ, бына ул крәҫтин ҡулдары тыуҙырған матурлыҡ!
- Беҙ ер эшкәртеүҙең хәүефле зонаһында йәшәйбеҙ, тимәк ауыл хужалығы культураларын игеү өсөн уңайлы һауа шарттары булмай тиерлек. Белгестәргә быны иҫәпкә алып эш итергә һәм уңыш өсөн көрәшергә тура килә.
Эйе, быйыл яҙ иртә килде, сәсеү эштәре лә йылдам барҙы. Бөтә ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары ла кампанияны берҙәм үткәрҙе. Һөрөнтө ерҙәрҙең 61 мең гектарына яҙғы иген культуралары сәселде. Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың майҙандары элеккесә, 32,7 мең гектар кимәлендә ҡалды. Шуның 13621 гектарына – яҙғы бойҙай. 12656 гектарына – арпа, 3886 гектарына – һоло, 1632 гектарына – ҡарабойҙай, 943 гектарына ҡуҙаҡлы культуралар сәселде.
Техник культуралар 24502 гектарҙы биләй. Үткән миҙгел менән сағыштырғанда, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш майҙандары һиҙелерлек артты, улар шул нисбәттә – 5567 гектар (128 процент) һәм 14142 гектар (119 процент) тәшкил итте. Баҫыуҙарҙа рапс, горчица һәм етен кеүек юғары маржиналь культураларҙы үҫтереү дауам итә.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңайһыҙ һауа шарттары беҙҙе лә урап үтмәне. Районыбыҙҙа ужым культуралары 12093 гектарҙа һаҡланып ҡалды, сәсеүлектәрҙең 2965 гектарына зыян килде. Бөтә баҫыуҙар ҙа тикшерелде һәм ғәҙәттән тыш хәл буйынса федераль бюджеттан 2931 гектарҙың сығымдарын ҡаплатыуға документтар әҙерләнде. Бөгөн һәләк булған культуралар урынына иген һәм техник культуралар сәселде.
- Ысынлап та, беҙ элиталы орлоҡ күләмен 12 процентҡа, йәғни 976 тоннаға еткерҙек. Һәр бер агроном һәм хужалыҡ етәксеһе ерҙе макро һәм микроэлементтар менән байытып, уның уңдырышлылығын арттырырға тырыша. Сәсеү үткәреү өсөн 1314 тонна минераль ашлама һатып алдыҡ. Гектарына 15,4 килограмм минераль ашлама индерҙек. 70 тонна үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары – гербицидтар, инсектицидтар һәм фунгицидтар ҡайтартылды.
Һәр ваҡыттағыса, техника паркын яңыртыуға етди иғтибар бирәбеҙ. Йыл башынан предприятиеларҙың машина-трактор паркы 23 миллион һум суммаға 26 берәмек ауыл хужалығы машинаһы менән тулыланды.
- Йыл һайын сәсеү тамамланғандан һуң белгестәр ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар баҫыуҙарҙы ҡарап сыға, комиссия эше йомғаҡтары буйынса алдынғылар билдәләнә. Быйыл сәсеү чемпионы – “Заря” йәмғиәте. Әйтергә кәрәк, хужалыҡ бер нисә йыл рәттән ал бирмәй. “Башҡортостан игенселек кампанияһы” – икенсе, Рөстәм Ғүмәров фермер хужалығы өсөнсө урында.
Сәсеү – игенселек календарының иртәһе – эштәрҙең башы ғына. Алда бурыстар күп әле. Бөгөн дә күптәр өсөн һабантуй майҙанда түгел, ә баҫыуҙа. Бураҙналарға һалынған орлоҡ тос башаҡҡа әйләнһен һәм мул уңыш менән ҡыуандырһын өсөн, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләргә кәрәк.