Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Июнь 2019, 11:27

Һауаларҙы ярып аттар кешнәй, Алтын ғына тояҡ, көмөш ял”...

Киң дала алыҫтарға һуҙылып, офоҡҡа барып тоташа. Көмөш ҡылғандар араһынан елдәй етеҙ, ярһыу арғымаҡтар саба.

Хозур тәбиғәт ҡосағында, дала иркенлегенә кинәнеп, бер нимәгә лә иғтибар итмәй елә улар. Осар ҡоштар кеүек ирекле йән эйәләре... Эйе, аттарға ҡарап, оҙаҡ һоҡланырға мөмкин. Наил Ғәлиәкбәров та уларҙан күҙен ала алмай.

Был фермерҙы Әлшәйҙә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ат йәнле Наил Фәрит улы күп йылдар ауыр йөк һәм башҡорт тоҡомло аттар үрсетә. “Аттарға тыумыштан ғашиҡ” тигән фекерҙе инглиздәр әйткән, тиҙәр. Ә минең уйымса, уны тап беҙҙең Ғәлиәкбәров әйткән...

Бөгөн фермерҙың хужалығында биш йөҙ баштан ашыу йылҡы малы һанала. Фермер өсөн аттар үрсетеү ауыл хужалығы тармағы һәм килемле бизнес ҡына түгел, ә ата-бабаларҙан ҡалған, быуаттар буйына күсә килгән кәсеп ул. Өҫтәүенә Н. Ғәлиәкбәров йыл һайын район һабантуйҙарында, төрлө республика сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Күп тапҡырҙар ат көтөүселәрҙең республика конкурстары еңеүсеһе һәм призеры булған. Март айында Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында республиканың 100 йыллығына арналған “Терра Башҡортостан” турнирындағы сабыштарҙа уның хужалығынан башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашты. Ә жокейҙарҙың береһе данлыҡлы фермерҙың улы Илнур ине, ул ярыштар призеры исеменә лайыҡ булды һәм икенсе этапта ҡатнашыу хоҡуғы алды. Тап кесе Ғәлиәкбәровҡа, октябрҙә Башҡортостан Башлығы призына финал ат сабыштарында ҡатнашырға тура киләсәк. Ә иртәгә һабан байрамында Наил Фәрит улы район һабантуйы флагын күтәреү мөмкинлегенә эйә булды.


Читайте нас: