Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Май 2019, 11:47

Шәкәр ҡайнатыусылар династияһынан

Ғайса Ҡотлояров, элеккесә, тыуған предприятиеһы өсөн янып йәшәй һәм заводтағы һәр яңылыҡҡа, коллективтың уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай.

Раевка шәкәр заводын эшләй башлағандан һуң утыҙ биш йыл ваҡыт уҙып та киткән. Заводты сафҡа индереүҙә ҡатнашҡандар араһында Ғайса Миңлегәрәй улы Ҡотлояров та бар. 1984 йылда тәжрибәле белгес булараҡ, уны Ҡарлыман шәкәр заводынан Раевкаға бер айлыҡ командировкаға ебәрәләр. Киләһе сәфәре теүәл бер йылдан һуң була, Ғайса Миңлегәрәй улы ныҡлы ҡарар ҡабул итә һәм ғаиләһе менән Раевкаға күсеп килеп, шәкәр заводына эшкә урынлаша.

Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Науруз ауылында ураҡ өҫтөндә алтынсы бала булып донъяға килә ул. Ата-әсәһе айырым хужалыҡ тотҡан, өс гектарға яҡын ерҙәре була, ат һәм һыйыр аҫрайҙар. Шуға ла, кулак тип, уларҙың ғаиләһе репрессияға эләгә һәм Силәбе өлкәһеннең Сим йылғаһы ярында урынлашкан урман хужалығына ебәрелә. 1940 йылда Ҡотлояровтар тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайта. Ғаилә башлығы “Урал” колхозына эшкә урынлаша. Ул – бригадир, өлкән ағаһы Салих ат ҡараусы булып хеҙмәт һала.

- Бала саҡ йылдарым һуғыш ваҡытына тура килде, - тип иҫкә ала Ғайса Миңлегәрәй улы. – Тормошобоҙ еңелдән булманы. 1942 йылда атайыбыҙҙы, уның артынан ағайым Сәлихты фронтҡа алдылар. Әсәйем дүрт бала менән бер үҙе тороп ҡалды. Ул ашлыҡ киптергестә эшләне. Миңә ни бары алты йәш ине. Әле лә хәтеремдә, гел ашағы килә ине. Беҙ Ағиҙел йылғаһын буйында йәшәнек. Яҙын һыу баҫа ине, июнгә тиклем баҡса ултырта алманыҡ. Бөтә нәмә һуң өлгөргәс, уңыш та артыҡ ҡыуандырманы.

1943 йылда беҙҙең яҡтарға Украинанан шәкәр заводы эвакуацияланды һәм Ҡарлыман заводы төҙөлә башланы. Әсәйем ул ваҡытта төҙөлөштә эшләй ине.

Бер йылдан һуң яраланып Сәлих ағайым ҡайтты. Көҙөн уны яңынан Алыҫ Көнсығыш фронтына милитаристик Японияға ҡаршы һуғышҡа алдылар. 1946 йылда ғына ул демобилизацияланды. 45-се йылдың октябрь аҙағында атайыбыҙ ҙа ҡайтты. Улар икеһе лә шәкәр заводына урынлашты. Икенсе ағайым Яҡуп, унан һуң мин дә заводта эшләй башланыҡ. Әкренләп шәкәр ҡайнатыу серҙәренә төшөндөм, тәүҙә слесарь, унан һуң смена мастеры һәм етәксе булып хеҙмәт һалдым. Шишмә шәкәр заводын, һуңыраҡ Раевка заводын эшләтеп ебәреүҙә ҡатнаштым.

Ғайса Миңлегәрәй улы Раевка заводында ун йылдан ашыу эшләп, предприятие үҫешенә ҙур өлөш индерә. Хеҙмәттәштәре Галина Владимировна Ахунова һәм Ринат Фәнил Мортазин Ғайса ағайҙың эшһөйәрлеге, тырыш, асыҡ күңелле һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороуы тураһында һөйләй. Рационализатор булараҡ та ул заводты яңыртыуҙа һәм модернизациялауҙа әүҙемлек күрһәтә.

Уның ҡатнашлығында 1992 йылда етештереүсәнлекте арттырыу маҡсатында беренсе диффузия аппараты ҡуйыла. Шулай уҡ иҫке ҡорамалдар автоматлаштырылған заманса фильтрҙарға алмаштырыла, яңы центрифугалар ҡуйыла. Ул Липецк өлкәһенән икенсе линия сөгөлдөр йыуғыс алып ҡайта. Әйткәндәй, уға йыш ҡына Краснодар, Воронеж һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына командировкаларға барырға тура килә.

- Инде хаҡлы ялда булһа ла, Ғайса Миңлегәрәй улына бер нисә тапҡыр эшкә сығырға тура килде. 1997 йылда, мин әле ул саҡта бригадир инем, тәжрибәле белгес булараҡ, уны заводҡа саҡырып алдыҡ, - тип хәтерләй “Раевсахар” йәмғиәтенең техник директоры Владимир Вениаминович Григорьев. – Уның менән беҙ икенсе диффузия аппаратын урынлаштырҙыҡ, был ҡоролма оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте.

Ғ. Ҡотлояров, элеккесә, тыуған предприятиеһы өсөн янып йәшәй һәм заводтағы һәр яңылыҡҡа, коллективтың уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай.

Ветерандың ғаилә архивында республика шәкәр етештереү тармағында күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгән почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары, миҙалдар, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены һәм башҡа наградалар һаҡлана. Ул бер нисә тапҡыр коммунистик хеҙмәт ударнигы, социалистик ярыш еңеүсеһе була, исеме Ҡарлыман шәкәр заводының почет кенәгәһенә индерелгән.

84 йәшлек Ғайса Миңлегәрәй улы, элеккесә, актив, тынғыһыҙ һәм бик теремек. Пенсияла ла эшһеҙ ултырмай, баҡсаһы, шәхси хужалығы бар. Тормош иптәше Илһөйәр Мостафа ҡыҙы ла тырыш һәм уңған хужабикә. Ул оҙаҡ йылдар Раевка нефть базаһында ашнаҡсы булып эшләгән.

Ҡотлояровтар өс ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, һәр береһенә белем биреп оло тормош юлына сығарған. Бөгөн улар ейәндәренең һәм бүләләренең уңышларына ҡыуанып йәшәй. Әйткәндәй, татыу ғаиләлә - 44 (!) кеше. Ә ата-әсә өсөн уларҙы бергә күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр, моғайын.

Читайте нас: