Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Апрель 2019, 14:04

Яҡшы ергә төшкән орлоҡ юғалмай

Тәүгеләрҙән булып баҫыуға сәсеү агрегаттарын “Заря” ауыл хужалығы предприятиеһы игенселәре алып сыҡты.

Уларҙан һуң “Раевка” , “Агрокоопинвест”, “Агро МТС”, “Башҡортостан игенселек компанияһы” йәмғиәттәре, фермер хужалыҡтары ла ҡояш нурҙарында иҙрәп ятҡан тупраҡҡа алтындай иген бөртөктәрен сәсеүгә төштө.

Әлшәй аграрсыларына 58 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы иген культуралары сәсергә кәрәк. Бөгөн район баҫыуҙарында 2000 гектарға арпа орлоғо күмдерелгән, шулай уҡ һоло, борсаҡ, көнбағыш сәсеү йылдам бара. 39 мең гектарҙа дым ҡаплатылған, был - планға ҡарата 85 процент. 11000 гектарҙа (73 процент) – ужым культуралары, 2600 гектарҙа (57 процент) күп йыллыҡ үләндәр өҫтәмә туҡландырылған, орлоҡтоң 91 проценты ағыуланған.

Быйыл баҫыуҙарҙа ҡар тиҙ иреп бөттө, шунлыҡтан яҙғы культуралар сәсеү ҙә ваҡытынан алда башланды. Хәҙер төп бурыс – бөтә көстө туплап, сәсеү эштәрен тиҙ һәм сифатлы тамамлау, ти Әлшәй игенселәре.

Читайте нас: