Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Апрель 2019, 14:34

Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, Эй, һайрай ҙа һуң һабантурғай!

Михаил Герасимов та ғүмере буйы крәҫтиән эштәренең уртаһында ҡайнай.

Яҙ. Күктә әле сағыу ҡояш йылмая, әле һалҡын ел иҫә. Тау түбәләрендә һәм урман буйҙарында ҡар ята, ә зифа буйлы аҡ ҡайындар бөрөгә тулышып, йәшел яулыҡтарын ябынырға әҙерләнә. Сут-сут итеп ҡоштар һайрай, һабантурғай үҙенең яңғырауыҡлы тауышы менән игенселәрҙе баҫыуға ашыҡтыра.

Михаил Герасимов та ғүмере буйы крәҫтиән эштәренең уртаһында ҡайнай. Ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле механизатор быйылғы миҙгелдә лә тәүгеләрҙән булып тракторын ремонтланы һәм баҫыуға алып сыҡты.

- Иҫке техника тип ҡарамағыҙ, утыҙ өсөнсө йыл баҫыу киңлектәрен иңләй бит инде ул, - тип ҡәнәғәт йылмая, Михаил Евтикеевич, үҙенең Т-150 тракторына күрһәтеп.

Кешеләр бейек-бейек йорттар һалырға һәм ҡатмарлы техника уйлап табырға өйрәнде, ләкин әлегә мул уңыш биргән һәм кешеләрҙе туйындырған бер генә метр булһа ла ер булдырғандары юҡ әле, - тип иген баҫыуҙарының әһәмиәтен баһалай хәҙерге заман аграрсылары. Яҙғы бер көндөң йылды туйҙырыуын яҡшы аңлаған тәжрибәле игенсе Герасимов та ошондай уҡ фекерҙә.

- Михаил Евтикеевич – алдынғы игенселәрҙең береһе, - ти “Раевка” агрофирмаһы баш агрономы Рәмил Вәлишин. – Әйткәндәй, хужалыҡ тәжрибәле механизаторҙар һәм грамоталы белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителгән. Техника, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар һәм 8 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәре алып барыу, 4300 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәсеү өсөн орлоҡ етерлек. Шунлыҡтан яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында тамамларбыҙ, тип ышанам.

Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 29 апрелгә 10144 гектарҙа (17 процент) яҙғы иген культуралары, шул иҫәптән иген культуралары һәм ҡуҙаҡлы культуралар 8400 гектарҙа (26 процент), көнбағыш 1500 гектарҙа (12 процент), шәкәр сөгөлдөрө 244 гектарҙа (4 процент) сәселгән.
Читайте нас: