Хәҙер бындағы белгестәрҙән үҫемлектәрҙе тәрбиәләү, ҡоротҡостарға һәм йәшелсә-емеш культуралары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш саралары буйынса бушлай консультация алырға мөмкин.
- Сер түгел, бөгөн баҡсасыларыбыҙ күп ваҡыт сығышы билдәле булмаған орлоҡтар һәм үҫентеләр һатып ала. Баҙарҙа бындай тауарҙар күп һәм уларҙың ҡайһыһына өҫтөнлөк бирергә, тип аптырап ҡалаһың. Йыш ҡына бындай орлоҡтарҙың уңышы түбән була, ә ҡайһы ваҡыт улар шытмай ҙа. Ошондай хәлгә юл ҡуймау өсөн беҙ бөгөн баҡса-консультация үҙәге асабыҙ, - тине “Россельхозцентр”ҙың Әлшәй бүлеге етәксеһе Радик Гәрәев.
Үҙәктә киң ассортиментта йәшелсә культураларының районлаштырылған сорттары, шулай уҡ махсус ашламалар, үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан, ҡоротҡостарҙан, сүп үләндәренән һаҡлауҙың химик, биологик саралары тәҡдим ителә. Баҡсасылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға белгестәрҙән аныҡ яуаптар ҙа ала ала. Киләсәктә был үҙәктә орлоҡ ҡына түгел, учреждение лабораторияһында һынау үткән үҫентеләр ҙә һатыласаҡ.
Был көндө үҙәкте асыу тантанаһына килеүселәр вирусһыҙ орлоҡ картуфы тураһында белде, теләге булғандар уны һатып та алды. Яҡташыбыҙ, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, “Россельхозцентр”ҙың республика филиалы етәксеһе Рөстәм Кираев картуфтың сортло орлоҡтарын үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Баҡса-консультация үҙәгенең тәүге һатып алыусыһына махсус бүләк тә тапшырылды.