Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Апрель 2019, 12:09

Сәсеүгә әҙербеҙ!

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп, яҙ тулыһынса үҙ хоҡуҡтарына инде, тимәк игенселәр өсөн иң яуаплы миҙгелдәрҙең береһе башланды.

Традиция буйынса, ошо көндәрҙә район аграрсылары ла киләсәккә пландар ҡора, тармаҡ үҫеше буйынса яңылыҡтар менән таныша.

Әйтергә кәрәк, быйылғы уңыш өсөн яҡшы нигеҙ һалынған. Көҙҙән бөтәһе 16 мең гектар ужым сәселгән. Февраль-март айҙарында һынауға алынған монолиттар ужым культураларының 97 проценты уңышлы ҡышлауын күрһәтте, был - республикалағы иң яҡшы күрһәткес.

Былтыр аграрсылар тәүге тапҡыр беҙҙең төбәк өсөн ғәҙәти булмаған яҫмыҡ борсаҡ, люпин, ноҡот борсағы, горчица, етен культуралары сәсте. Уларҙы үҫтереү быйыл да дауам итәсәк. Яҙғы иген культураларын былтырғы кеүек 32 мең гектарҙа сәсеү күҙаллана. Ә бына техник культуралар майҙаны артып, 22 мең гектарҙы биләйәсәк, был 2018 йылға ҡарата 110 процент тәшкил итә, шул иҫәптән шәкәр сөгөлдөрө – 5472 га (126 процент), көнбағыш – 12621 га (101 процент), етен – 467 га (126 процент). Шәкәр сөгөлдөрө өсөн иң күп майҙан элеккесә “Красный Клин” агрофирмаһында – 4327 гектар. Мал аҙығы культураларына килгәндә иһә, улар 12 мең гектарҙы биләйәсәк, бер йыллыҡ үләндәр майҙаны ла артып, былтырғы менән сағыштырғанда 104 процент тәшкил итәсәк.

Яҙғы иген культуралары орлоғо етерлек күләмдә - 7767 тонна әҙерләнгән. Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларында уларҙы ағыулау үткәрелә. Элиталы орлоҡ, улар орлоҡ фондоның 13 процентын тәшкил итәсәк, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һатып алыу ҙа дауам итә.

Яҙғы сәсеү эштәренә 370 трактор йәлеп ителәсәк, 115 иген культуралары сәсеү агрегаты, шул иҫәптән 17 сәсеү комплексы, 50-нән ашыу техник культуралар сәскес баҫыуға сығасаҡ. Тупраҡ әҙерләүгә 160 агрегат йәлеп ителгән. Күп хужалыҡтар трактор паркын әҙерләүҙе тамамланы, бөгөн техник күҙәтеүгә 64 трактор әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.

Ауыл хужалығы предприятиелары, ауыл хужалығы бүлеге етәкселәре һәм баш белгестәре, фермер хужалыҡтары һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе һанлаштырыу, янғынға ҡаршы хәл, район территорияһына кешеләр һәм хайуандар өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған инфекциялы ауырыуҙар индереү хәүефе, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тәртибе һәм башҡа мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫарҙары Данир Әхмәҙишин, Наил Хәйретдинов, “Россельхозцентр”ҙың республика филиалы етәксеһе Рөстәм Кираев сығыш яһаны.

Гәзит баҫмаға әҙерләнгәндә, Әлшәй аграрсыларының яҙғы сәсеү эштәрен башлап ебәреүе тураһында билдәле булды. Тәүгеләрҙән булып баҫыуға “Заря” игенселәре сыҡты, улар дым ҡаплатыуға, ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыуға төштө.
Читайте нас: