Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Март 2019, 12:44

Йөҙөнән йылмайыу китмәй

Эйе, был ысынлап та шулай. Һәр ваҡыт яғымлы, ихлас һәм аралашыусан, күҙҙәренән яҡты нур бөркөлә уның.

Ауылда тыуып үҫкән был ханым бер ҡасан да эштән ҡурҡмай, өйөндә лә, фермала ла ең һыҙғанып хеҙмәт һала.

Ун һигеҙ йәшендә буласаҡ тормош иптәшен осратып, Әбделкәрим ауылы егете Ишморатҡа кейәүгә сыға, татыу ғаиләлә дүрт ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Тәүҙә иренең тыуған яғында йәшәйҙәр, артабан урта мәктәп, юлдар булған ҙурыраҡ ауылға – Казанкаға күсеп киләләр. Ире урындағы хужалыҡҡа механизатор булып урынлаша, ә 13 йыл башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлсимә Рифмир ҡыҙы фермаға һауынсы булып килә. Бында ла ул тырышып хеҙмәт һала һәм тиҙҙән алдынғылар сафына баҫа.

Хәҙер инде “Раевка” йәмғиәтенең Казанка һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы 25 йыл хеҙмәт стажына эйә. Өлкән улдары Илнур менән Рөстәм ғаилә ҡороп, ата-әсәһенә ейәнсәрҙәр бүләк иткән. Рүзил Татарстанда төҙөлөштә бригадир булып эшләй, төпсөктәре Илнар Аксен агросәнәғәт колледжында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә.

Эйе, Гөлсимә Рифмир ҡыҙының йөҙөнән бәхетле йылмайыу китмәй, сөнки донъялары түңәрәк, улдары ла ысын ир-егеттәр, килендәренә лә һүҙ тейҙерерлек түгел. 90 йәшлек әсәһе иҫән-һау. Йәмилә Миңлеәхмәт ҡыҙы Ташлыла йәшәй, әлеге көнгә тиклем мал-тыуар аҫрай. Гөлсимә Рифмир ҡыҙын эшендә лә хөрмәт итәләр. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса әхирәттәре Татьяна Предатченко һәм Людмила Соколова менән райондың алдынғы һауынсылары исемлегендә. Гөлсимә Хәйретдинова 174797 литр тулайым һауым менән икенсе урында килә.

Уның төркөмөндә - ҡырҡ туғыҙ һыйыр, уларҙың һәр береһе айырым хәстәрлек талап итә, шәхси хужалығында ла мал-тыуар, ҡош-ҡортто күпләп аҫрайҙар. Уңған хужабикә барыһына ла өлгөрә, малын да ҡарай, йорт-ҡуралары йыйыштырылған, баҡсаһында ла тәртип, йыл һайын 10 тоннаға яҡын шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Ҡул эштәре өсөн дә ваҡыт таба.

- Ҡасандыр ҡәйнәм Фәхерниса Гәрәй ҡыҙының йорто тупһаһынан 18 йәшлек кенә килен булып атлап ингәйнем. Ете бала тәрбиәләп үҫтергән аҡыллы, изге күңелле ҡәйнәм мине күп нәмәгә өйрәтте. Элегерәк улдарыма свитер-салбарҙар тегә инем, мамыҡ шәлдәр ҙә бәйләнем, ҡәйнәм балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәтте. Хаҡлы ялға сыҡҡас, балаҫ аҫаларға ваҡыт табырмын тип уйлайым, - ти, йылмайып, Гөлсимә Хәйретдинова.


Читайте нас: