Әлшәй хәбәрҙәре
-22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Февраль 2019, 12:16

Ветеринария хеҙмәтенә - махсус автомобиль

Район ветеринария станцияһына яңы “Лада Ларгус” автомобиле бирелде.

Уҙған йылдың декабрь айында ветеринария хеҙмәттәренә автомобилдәр тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Район ветеринария станциялары 80 берәмек махсус техника менән тулыландырылғайны. Күптән түгел ветеринарҙарға тағы ла 10 “Лада Ларгус” автомобиле тапшырылды.

Дәүләт ветеринария хеҙмәте автопаркын яңыртыу тураһында ҡарар транспорт сараларын һәм йыһаздарҙы тикшереү йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде, сөнки автомобиль транспортының 72 проценты, дезинфекция үткәреүсе техниканың 80 проценты һәм йыһаздарҙың 70 процентының таушалыуы асыҡланды, тип хәбәр итә Республика ветеринария идаралығы.

Беҙҙең Әлшәй ветеринария хеҙмәтенә лә махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған, дарыуҙар һәм биопрепараттар өсөн һыуытҡыстар ҡуйылған өр-яңы “Лада Ларгус” автомобиле асҡысы тапшырылды.

Читайте нас: