Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Февраль 2019, 16:53

Малдар именлеге һағында

Район ветеринарҙары уҙған йыл һөҙөмтәләрен барлай һәм киләсәккә пландар билдәләй

“Был һөнәр эйәләренең эшенә бөгөн күп нәмә бәйле. Әгәр төбәктә ауырыуҙар юҡ һәм эпизоотик хәл тотороҡло икән, инвестор үҙенең проекттары менән беҙгә килә. Шуға ла беҙ Башҡортостанда малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса эште көсәйтәбеҙ. Малдар булмаһа, ауылдарыбыҙ бушап ҡаласаҡ, беҙ быға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ”, - тип билдәләне дәүләт ветеринария хеҙмәтенең уҙған йылғы эш йомғаҡтары буйынса үткән коллегияһында республика Хөкүмәте виице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов.
Малдарҙың сәләмәтлеге һағында торған район ветеринария хеҙмәтендә 54 кеше эшләй, 12 участка, бер ветеринария участка дауаханаһы һәм диагностика кабинеты бар, унда серологик һәм бактериологик тикшеренеүҙәр үткәрелә.
- Малдарҙың йоғошло һәм йоғошло булмаған ауырыуҙарын иҫкәртеү, малсылыҡ продукттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, район территорияһына республика сиктәренән төрлө ауырыуҙар индереүҙән һаҡлау - хеҙмәтебеҙҙең төп бурыстары, - ти район ветеринария станцияһы етәксеһе Хәлил Шәрипов.
- Именлекте һаҡлау маҡсатында 34 йоғошло ауырыуға ҡаршы ветеринария саралары үткәрелә. Дөйөм алғанда, районыбыҙҙа эпизоотик хәл имен, уҙған йылда хайуандарҙың айырыуса хәүефле ауырыуҙар менән сирләүенең бер генә осрағы ла теркәлмәне. Был, иң элек, районыбыҙҙағы ветеринария табиптарының һәм фельдшерҙарының көндәлек ентекле хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йыл ветеринария хеҙмәте өсөн эшмәкәрлекте “һанлаштырыу” йылы ла булды – малдарҙы биркалау һәм уларҙы берҙәм мәғлүмәт системаһында теркәү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барылды. Был ни өсөн кәрәк һуң, тигән һорауҙы мал хужалары ветеринарҙарға бик йыш бирә. Белгестәр әйтеүенсә, бындай процедура мал хужаһын, хужалыҡтың ветеринария именлеген билдәләү, малдың күсерелеүен, ситтән ҡайтартылған малдар тураһында белеү һәм сирҙәрҙең таралыуын тиҙ арала контролгә алыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ мал тураһында мәғлүмәт, атап әйткәндә, уның ниндәй урында үрсетелеүе, уға ҡарата ниндәй ветеринария-санитария саралары үткәрелеүе, ветеринария-санитария экспертизаһы һөҙөмтәләре тураһында белеп, продукцияны етештереүсенән алып магазин кәштәләренә тиклем күҙәтеү мөмкинлеге лә тыуа.
Бөгөн Reg Agro системаһында 20414 баш һыйыр малы, 12690 баш һарыҡ, 1329 баш кәзә, 516 сусҡа, 2258 ат теркәлгән. Әлшәйҙәрҙең шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында аҫралған бөтә малдар ҙа биркаланған, йәғни уларҙың үҙ идентификация номеры бар. Йәш үрсемде иҫәпкә алып, был эш даими алып барыласаҡ. Быйыл ветеринарҙар алдында бесәйҙәр, эттәр һәм башҡа йорт хайуандары, умарта күстәрен идентификациялау һәм мәғлүмәттәрҙе берҙәм системаға индереү буйынса эште дауам итеү бурысы тора.
Автор фотоһы.
Рәмил Хәлиуллин бына 32 йыл инде ошо өлкәлә хеҙмәт һала. Ул етәкселек иткән Ниғмәтулла ветеринария участкаһы, бында ете ауыл инә, йыл һайын алдынғылар иҫәбендә бара. Меңдән ашыу һыйыр малы, 500-гә яҡын ваҡ мал, 90 баш ат,100-гә яҡын сусҡа, 200 умарта күсе, меңләгән эт һәм бесәй – быларҙың бөтәһе лә Рәмил Миңнулла улының пациенттары. Әйткәндәй, тырыш ветеринария табибының тоғро ярҙамсыһы һәм тормош юлдашы Клара Ғәтүф ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар уның менән бергә хеҙмәт һала.
- Мин район гәзите аша фермер хужалыҡтарына рәхмәт белдергем килә. Эшебеҙҙә йыш ҡына ветеринарҙар алдына үҙҙәре генә хәл итә алмаҫлыҡ ҡатмарлы мәсьәләләр килеп тыуа. Шул саҡта беҙ тап фермерҙарға мәрәжәғәт итәбеҙ. Бер туған Дибаевтар, Рәмил Фазлыев, Рөстәм Абдрахманов, Рафаэль Арыҫланов ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер. Ауыл биләмәләре башлыҡтары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, - ти Рәмил Миңнулла улы.
Читайте нас: