Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Февраль 2019, 12:27

Йылды - яҡшы күрһәткестәр менән

Район малсылары эш һөҙөмтәләрен барлай.

Был тармаҡ эшсәндәре йыл аҙағында түгел, ә йыл әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ дауам иткән хеҙмәттәренең иң ауыр осоро - ҡышлатыу тамамланғандан һуң эш һөҙөмтәләрен барлай. Әммә йыл аҙағында ла өлгәшелгән уңыштарға йомғаҡ яһай.

Район малсылары 2018 йылды бөтә күрһәткестәр буйынса ла яҡшы тамамланы. Бөтә категория хужалыҡтарҙа тере ауырлығында 61860 центнер мал һәм ҡош-ҡорт үҫтерелгән, был үткән йыл кимәленә ҡарата 100,5 процент тәшкил итә, һуғымға 77873 центнер (104 процент) ҡош-ҡорт һәм мал һатылған. Һөт етештереү 355741 центнерҙан 379319 центнерға, йәғни 6,6 процентҡа артҡан. Һыйырҙарҙың уртаса продуктлылығы ла күтәрелгән, ул 4395 центнерға (100,9 процент) еткән. Һыйыр малдарынан - 9006 баш (101,3 процент), аттарҙан 1263 баш (115,8 процент) үрсем алынған. 100 һыйырҙан 86 баш (106,2 процент) быҙау тыуған. Йылҡысыларҙың да күрһәткестәре яҡшы – үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда бейә һөтө етештереү 6,6 процентҡа артып, 3872 центнерға еткән.

Әле фермаларҙа – ҡышлатыуҙың ҡыҙған осоро.

- Райондың бөтә ауыл хужалығы предприятиеларында осор тыныс, эш режимында үтә. Малдарға сифатлы аҙыҡ бирелә, һауымдар арта, сәләмәт быҙауҙар алына, - ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Флүр Солтанов.

Ғәҙәттәгесә, бөтә тармаҡ эшенә йомғаҡ яһап, зоотехния хеҙмәте машина менән һыйыр һауыу буйынса иң яҡшы утыҙ һауынсыны ла билдәләй. Тулайым һөт һауыу буйынса рейтингта “Раевка” һәм “ Заря” ауыл хужалығы предприятиелары ал бирмәй. Казанканан тәжрибәле һыйыр һауыу оҫталары Гөлсимә Хәйретдинова, Людмила Соколова, Людмила Воробьева (улар тураһында бер нисә тапҡыр район гәзитендә лә мәҡәләләр баҫылып сыҡты) исемлектең тәүге урындарын биләй. Уларҙан һуң “Заря”нан Рәйлә Фәйзуллина, Альмира Ғәләүетдинова, Гөлфиә Миңлейәрова һәм Рәзилә Хөснөтдинова килә. Ә “Раевка” йәмғиәтенән Татьяна Предатченко йыл йомғаҡтары буйынса Әлшәй һауынсылары араһында еңеүсе тип табылды.

Казанка һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы Татьяна Викторовна ауыл хужалығында егерме биш йылдан ашыу хеҙмәт һала. Тәүҙә быҙау ҡараусы булып эшләгән, яңы тыуған һәм бер йәшкә тиклемге быҙауҙарҙы тәрбиәләгән. Йәш таналарҙы һауымға өйрәткән саҡтары ла булған, артабан инде һауынсы булып киткән. Ошо уҡ хужалыҡта Татьяна Викторовнаның ире Юрий Иванович та оҙаҡ йылдар шофер булып эшләгән.

- Коллективыбыҙ һәйбәт. Ҡыҙҙар менән татыу эшләйбеҙ. Һауынсылар ҙа, мал ҡараусылар ҙа үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара. Бигерәк тә алмаш һауынсы Зөлфиә Биктимер ҡыҙын билдәләп үтке килә. Беҙ үҙ төркөмөбөҙҙәге һыйырҙар менән генә эшләйбеҙ, ә уға бөтә дүрт төркөмгә яраҡлашырға тура килә, һәр һыйырҙың холҡон белергә, малдың һаулыҡ торошон күҙәтергә лә кәрәк. Беҙ уның эшенән бик ҡәнәғәт, - ти райондың иң оҫта һауынсыһы Татьяна Предатченко.

Читайте нас: