Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Ғинуар 2019, 13:46

Шытымдар нисек ҡышлай

Ғәҙәттәгесә, ғинуар аҙағында “Россельхозцентр” белгестәре ужым культуралары сәсеүлектәре торошон тикшерә.

Аграрсылар өсөн монолит өлгөләр алыу кеүек диагностика алымы бик мөһим, сөнки биш айға яҡын культуралар ҡар аҫтында ҡала һәм уларҙың ҡышты нисек үткәреүен һәм һалҡын тейеү-теймәүен фаразларға ғына ҡала. Ә анализ алғандан һәм эксперттарҙың ентекле тикшереүенән һуң агротехник саралар ярҙамында уларҙың торошон яҡшыртырға һәм көҙөн мул уңыш алырға мөмкин.

Әлшәй аграрсылары быйылғы уңыш өсөн 16332 гектарға ужым культуралары сәсте, был үткән йылға ҡарата - 101 процент. Шуларҙың 6487 гектары – арыш, 8711 гектары – бойҙай һәм 1134 гектары – ужым шипкәне.

Бөгөн ужым культуралары сәсеүлектәре торошон баһалау өсөн “Россельхозцентр” филиалына “Башҡортостан игенселек компанияһы, “Заря”, “Агро МТС” һәм “Агрокоопинвест” йәмғиәттәре монолиттар тапшырҙы. Бында 10-14 көн дауамында улар үҫтерелә, һуңынан анализ үткәрелә: ҡуйылығы, сирҙәр булыу-булмауы, кимереүселәрҙең ниндәй зыян килтереүе билдәләнә, һәләк булыу проценты иҫәпләнә. Һәм ошо монолит пробалар нигеҙендә ужым культураларын тәрбиәләү, сәсеүлектәрҙе яҙын минераль ашламалар менән өҫтәмә туҡландырыу, ҡоротҡостарға, төрлө сирҙәргә ҡаршы эшкәртеү йәки яңынан сәсеүҙең кәрәк булыу-булмауы буйынса махсус һөҙөмтә бирелә.

- Монолит өлгөләргә тәүге анализ үткәреү буйынса ужым арышының ҡуйылығы - 6-7шытым, ужым бойҙайыныҡы 3 һабаҡ тәшкил итә. Бөгөн 11728 гектарҙағы ужым культуралары торошо - яҡшы, 4444 гектарҙа - ҡәнәғәтләнерлек, 160 гектары насар тип баһалана, - ти “Россельхозцентр” филиалы етәксеһе Радик Гәрәев.

Ҡыштың сағыштырмаса йылы килеүе һәм декабрҙә ҡарҙың аҙ булыуы иген сәсеүлектәренә зыян килтереүсе ҡоротҡостарға ҡышлау өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Шунлыҡтан яҙын иген баҫыуҙарын мотлаҡ эшкәртергә кәрәк, ти эксперттар.

Яҙҙы тулы әҙерлектә ҡаршылау өсөн район хужалыҡтары анализға монолит пробалар килтереүҙе дауам итә.

“Заря” ауыл хужалығы предприятиеһынан килтерелгән өлгөләр тикшерелә.

Читайте нас: