Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Ғинуар 2019, 14:26

Әлшәй игенселәре яңы миҙгелгә әҙерләнә

Яҙғы баҫыу эштәренә бөтәһе 360 трактор йәлеп ителәсәк. Әлшәй аграрсыларына миҙгел башланыуға 210 берәмек техниканы ремонтларға кәрәк.

Тышта - ғинуар айы, яҙға тиклем әле алыҫ кеүек тойолһа ла, бөгөн ауыл эшсәндәре алда торған сәсеү кампанияһын үткәреүгә әҙерлек эштәре менән мәшғүл.

Бөгөн район хужалыҡтарында 112 трактор ремонтланған, 298 берәмек техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. “Башҡортостан игенселек компанияһы”, “Агро-МТС” кеүек ауыл хужалығы предприятиелары техника ремонтлауҙы яңы йылға тиклем үк тамамлаған. “Заря” йәмғиәтендә лә тағылма инвентарҙы көҙҙән үк әҙерләп ҡуйғандар. Бөгөн “Колос” агрофирмаһы һәм “Агрокоопинвест” йәмғиәте механизаторҙары техника ремонтлауҙы ойошҡан төҫтә алып бара.

“Агрокоопинвест” йәмғиәтендә яңы миҙгелгә әҙерлекте яҡшы үҙгәрештәр менән ҡаршылайҙар – машина-трактор мастерскойы түбәһен капиталь ремонтлауҙы тамамлағандар, лизингҡа яңы МТЗ “Беларусь 82.1” тракторы һатып алғандар. Механизаторҙарҙың күбеһе хужалыҡта йыл әйләнәһенә эшләй. Мәҫәлән, Фидан Ғатауллин әле фермала хеҙмәт һала һәм бер үк ваҡытта К-701 тракторын баҫыуға сығырға әҙерләй. Тракторсылар Радик Ғарипов менән Илшат Ҡасбулатов та, уңыш йыйыу эштәренән һуң, малсылыҡта эшләй. Механизаторҙар Рәмил Фәхриев, Марат Сөләймәнов, Евгений Григорьев һәм Ринат Камалов йыл миҙгеленең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙ бурыстарын еренә еткереп атҡара.

- Бөтә игенселәребеҙ ҙә тәжрибәле, ауыл хужалығында күп йылдар хеҙмәт һала һәм “Санаңды – йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә” тигән халыҡ әйтеменә таянып эш итәләр, - ти” Агрокоопинвест” йәмғиәте баш инженеры Рифҡәт Зарипов. – Яҙын хужалыҡ баҫыуҙарына ун һигеҙ трактор сығасаҡ, шуларҙың ун дүртенә ремонт талап ителә. Ете тракторҙы механизаторҙар баҫыу эштәренә әҙерләне лә инде. Шулай уҡ сәсеү алдынан, һәр ваҡыттағыса, теоретик белемебеҙҙе яңыртабыҙ, Аксен агросәнәғәт колледжы уҡытыусылары үткәргән курстарҙа квалификацияны күтәрәбеҙ, - ти Рифҡәт Рәүеф улы.

Ауыл хужалығы бүлеге баш инженеры Наил Вәлиәхмәтов:


- Республика Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, 1 мартҡа - бөтә төр тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары һәм ҡорамалдары, ә 25 мартҡа яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ тракторҙар әҙерлек һыҙығына ҡуйылырға тейеш. Билдәләнгән тәртиптә, график буйынса үҙйөрөшлө техникаға техник ҡарау үткәреләсәк.

Читайте нас: