Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Декабрь 2018, 11:38

Аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеүгә айырым иғтибар

Йәрминкәләрҙә аҙыҡ-түлек һатыусылар бөтә талаптарҙы күҙәтергә бурыслы.

Бөгөн бөтә ерҙә ит йәрминкәләре уҙа, беҙҙең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре, шәхси хужалыҡ тотоусылар үҙ продукцияһы менән райондан ситтә лә сауҙа итә.

- Йәрминкәләрҙә аҙыҡ-түлек һатыусылар бөтә талаптарҙы күҙәтергә бурыслы. Һеҙҙең махсус кейемегеҙ (халаттар, алъяпҡыстар, күн еңсәләр, хужалыҡтың исеме һәм һатыусы тураһында мәғлүмәт менән бейджик) булырға тейеш. Ит менән һатыу урынын сауҙа прилавкаһы йәки өҫтәле, ит сабыу һәм элеү урындары, үлсәүҙәр, сүп-сар һауыты менән йыһазландырыу зарур, унда мотлаҡ алтаҡта, ассортимент исемлеге һәм продукцияның бөтә төрҙәренә хаҡтар күрһәткесе булырға тейеш. Ветеринария-санитария талаптарына ярашлы, продукцияның хәүефһеҙлеген раҫлаусы документтары булмаған, файҙаланыу срогы үткән һәм температура режимы күҙәтелмәгән малсылыҡ продукцияһы менән һатыу итеү тыйыла. Ите һатыуға сығарылысаҡ малдарҙы салыу ошо маҡсат өсөн тәғәйенләнгән махсус урында, йәғни мал салыу пунктарында башҡарылырға тейеш, - тип ауыл хужалығы продукцияһы менән һатыу итеү ҡағиҙәләре тураһында тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө Әлшәй район ветеринария станцияһы етәксеһе Хәлил Шәрипов.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА яҙып алды.
Читайте нас: