Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Ноябрь 2018, 17:00

Завод эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор

Әлшәй эшкәртеүселәре 39 мең тоннанан ашыу шәкәр етештергән.

Игенселәр өсөн еңел булмаған быйылғы ураҡ миҙгеле лә тамамланды.

Район аграрсылары 85 мең тоннанан ашыу иген үҫтерҙе, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың уртаса уңышы гектарынан 18,1 центнер тәшкил итте. Шулай уҡ көнбағыш, горчица, рапс, етен, ужым шипкәне, яҫы борсаҡ һәм люпиндан да яҡшы ғына уңыш алынды. Йыл сөгөлдөрсөләр өсөн дә ыңғай килде. 4300 гектарҙан 155653 тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алынды. Татлы культураның уртсаса уңыш гектарынан 362 центнерға етте. Районда иң юғары күрһәткес, элеккесә, Ниғмәтулла ауылынан Дибаевтарҙың фермер хужалығында. Уларҙың баҫыуҙарында уңыш гектарынан 460 центнер тәшкил итте.

Аграрсыларҙан айырмалы булараҡ, әле шәкәр ҡайнатыусылар өсөн иң ҡыҙыу мәл. “Раевсахар” йәмғиәтендә бөгөн 480 мең тоннан ашыу татлы сеймал әҙерләнгән, 250 мең тонна сөгөлдөр эшкәртелгән. Татлы тамырҙың шәкәрлелеге 18,64 процент тәшкил итә. Әлшәй эшкәртеүселәре 39 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерелгән.

Байтаҡ сеймал тупланыуға ҡарамаҫтан, сөгөлдөр ҡабул итеү пунктында мәшәҡәттәр етерлек. Сөнки Әлшәй баҫыуҙарынан да, башҡа райондарҙан да татлы тамыр ташыу дауам итә. Бына сөгөлдөрҙө өйөмдәргә һалыу машинаһы операторы Владимир Николаев сеймал әҙерләү эштәре уртаһында ҡайнай.


Читайте нас: