Быйылғы ураҡта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән республиканың иң яҡшы ун механизаторы иҫәбендә Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы егете, аграр университеты студенты Айгиз Сәләмов та “Шевроле Нива” автомобиле менән бүләкләнде.
Буласаҡ инженер-механик әле дүртенсе курста уҡый. Бала сағынан уҡ техника менән мауыҡҡан егет руль артына ла бик иртә ултыра. Сәләмовтар нәҫелендә Айгиз беренсе механизатор ғына түгел. Уның олатаһы, Хәлим Хәбир улы ғүмере буйы колхозда тракторсы булып эшләй. Айгиздең атаһы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡытыусыһы Айтуған Хәлим улы ла - ауылдың булдыҡлы ир-уҙамандарының береһе. Ул да йәштән үк колхоз баҫыуҙарында хеҙмәт һала, мәктәпкә эшкә киткәс тә яратҡан шөғөлөн ташламай, каникул ваҡыттарында ураҡҡа сыға. Бөгөн инде улы менән үҙенең пай ерҙәрен эшкәртә. Йәйен ауылдаштарына бесән әҙерләргә лә ярҙамлаша, ҡышын яландан кәбән тарттыра. Элек уҡытыусы булып эшләгән Айгиздең бабаһы Хәлит тә ер эшкәртеү менән шөғөлләнә.
- Былтыр мин Стәрлетамаҡ районының “Салауат” агрофирмаһында производство практикаһы үттем. Ул ваҡытта пресс-йыйғыслы тракторҙа эшләнем. Ә быйыл миңә “Акрос-530” комбайнын ышанып тапшырҙылар. Барыһы ла ҡулдан килә, ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, - тип йылмая Айгиз.
Егерме йәшлек егет 600 гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып, 1857 тонна ашлыҡ һуҡтыра. Был һөҙөмтә менән Айгиз Стәрлетамаҡ районы хакимиәте үткәргән конкурста 35 йәшкә тиклемге иген йыйыу комбайны операторҙары араһында икенсе урын ала. “Мәғариф учреждениелары студенттары араһындағы иң яҡшы иген йыйыу комбайны операторы” номинацияһында еңеп сыҡҡан Айгизгә машина асҡысын Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шәхсән тапшыра.
Әйткәндәй, Айгиз Сәләмов бындай бүләккә лайыҡ булған тәүге әлшәйле түгел. Былтыр Тавричанка ауылынан тәжрибәле механизатор Владимир Филонов та аграрсыларҙың һөнәри байрамынан “Ураҡ батырына” тип яҙылған яңы “Шевроле Нива” машинаһында ҡайта. Владимир Степанович шулай уҡ Стәрлетамаҡ районының фермер хужалығында эшләп, “Лида-1300” комбайнында 3240 тонна иген һуҡтырған.