Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Октябрь 2018, 14:10

Тулы ҡеүәтенә бара

Ошо көндәрҙә районда сөгөлдөр сығарыу тамамланды, хәҙер инде уны баҫыуҙарҙан шәкәр заводына ташырға кәрәк.

Ҡабул итеү пунктында, һәр ваҡыттағыса, йәнлелек хөкөм һөрә. “Раевсахар” үҙенең сираттағы эшкәртеү миҙгелен сентябрь уртаһында башланы. Бөгөн бында 367192 тонна сеймал әҙерләнгән, 155056 тонна татлы тамыр эшкәртелгән, 23718 тонна шәкәр етештерелгән.

Завод көн һайын уртаса 4500 тонна сеймал эшкәртә. Быйыл “Раевсахар” заводты миҙгелгә әҙерләү буйынса күләмле эштәр башҡарған. Инвестицион программа - 39,5 млн һум, етештереү цехтары һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау программаһы – 35 млн һум тәшкил иткән. Бөтә был саралар заводтың ҡеүәтен тәүлегенә 4500 тоннаға тиклем сөгөлдөр эшкәртеүгә еткереп, уның өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Һәр ваҡыттағыса, яуаплы бурыс сөгөлдөр ҡабул итеү пункты хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелгән. Бында тәүлегенә 10 мең тоннаға яҡын сеймал килә.

- Коллективыбыҙ бик татыу. Ҡабул итеүселәр ҙә, лаборанттар, сөгөлдөрҙө өйөмдәргә һалыу машиналары операторҙары, тракторсылар һәм слесарҙар ҙа, бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кем үҙ урынында тырышып эшләй, - ти сеймал буйынса инженер-химик Екатерина Бекетова. – Татлы тамыр 16 райондан килтерелә, сөгөлдөр һәйбәт, шәкәрлелеге уртаса 17,54 процент тәшкил итә.


“Раевсахар” йәмғиәтенең сеймал буйынса инженер-химигы Екатерина Бекетова.

Читайте нас: