Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Октябрь 2018, 12:52

Уңыш байрамы

Үҙ хоҡуҡтарына ингән йомарт көҙ әлшәйҙәрҙе Оло йәштәгеләр көнөнә арналған ауыл хужалығы йәрминкә-күргәҙмәһендә тәҡдим ителгән бүләктәре менән ҡыуандырҙы.

Был йәкшәмбе иртәһендә ямғыр һибәләп тороуына ҡарамаҫтан, халыҡ экологик яҡтан таҙа продукцияны (уны киң ассортиментта ауыл кешеләре һәм шулай уҡ район хужалыҡтары тәҡдим итте) ҡышҡылыҡҡа һатып алыу өсөн район үҙәгенең Совет майҙанына ашыҡты.
“Барыһы ла үҙебеҙҙеке – һуған, кишер, һарымһаҡ, фасоль, сөгөлдөр...” – ти үҙ тауарын һатырға Үрнәк ауылынан килгән Флүзә Мөсәүир ҡыҙы Камалова, ул һатып алыусыларға ташлама яһарға ла әҙер ине. Был шуның өсөн дә йәрминкә бит!
“Соколы” йәмғиәте биш тонна арпаны тиҙ арала һатып бөттө. Шул уҡ продукцияны “Агро МТС”, һыйыр ите һәм быҙауҙар һатҡан “Раевка” йәмғиәте лә тәҡдим итте. Йәрминкәгә “Заря” йәмғиәте быҙауҙар һәм бойҙай алып килгән. “Агрокоопинвест” – серетмә һәм ит, “Раевсахар” йәмғиәте шәкәр менән һатыу итте. Эшҡыуар Дамир Исламморатов үҙенең ауыл хужалығы продукцияһын һатып ҡына ҡалманы, уны һатып алыусыларҙың өйҙәренә илтеп биреүгә заявкалар ҙа ҡабул итте.
А. Шәйхетдинов, Р. Мәрҙәмшин, Ф. Садиҡов һәм башҡалар шәхси ярҙамсы хужалыҡтарынан гәрәбәләй бал тәҡдим итте. “Минең 15кә яҡын умартам бар, был эш менән мәктәп йылдарынан уҡ шөғөлләнәм”, - ти Зеленый Клиндан умартасы Азат Абдуллин, ул үҙ хужалығында ҡош-ҡорт һәм һыйыр малдары ла аҫрай. Тавричанканан Ирина Мәүлиханова алып килгән аҡ майҙы тиҙ арала алып бөттөләр. Виталий Федоров үҫтергән кәбестә, йәшелсәләргә лә һорау ҙур булды.
Бер һүҙ менән әйткәндә, сауҙа рәттәрендә кемгә нимә кирәк, шул бар ине. Бында – сусҡа, һарыҡ, һыйыр ите, колбаса, йәшелсә-емеш, ҡамыр ризыҡтары, төрлө тәм-том, ағас үҫентеләре... Бөтәһен дә һанап бөтөрөп булмай, бының өсөн йәрминкәгә үҙеңә килергә кәрәк.
Һәр ваҡыттағыса, райондың мәғариф учреждениелары алып килгән күргәҙмә рәттәре күҙҙең яуын алып торҙо, уларҙың баҡсаларында ниҙәр генә үҫмәй! Шафран мәктәбе уҡытыусылары был көндө оло йәштәгеләрҙе үҙҙәре үҫтергән йәшелсә менән шатландырҙы. Раевка 4-се урта мәктәбе баҡсаһында ла яҡшы уңыш йыйып алғандар. Мәндән мәктәбе өҫтәлләрендә лә мул уңыш тәҡдим ителде.
Йәрминкә йомғаҡтары буйынса мәғариф бүлеге комиссияһы билдәләүенсә беренсе урынға гимназия, Шафран урта мәктәбе һәм Әбдрәшит төп дөйөм белем биреү мәктәбе сыкты. Шулай уҡ был көҙгө матур сарала ҡатнашҡан барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү һәм дөйөм белем биреү учреждениелары коллективтары ла бик яҡшы әҙерләнгәйне. Ә Пионерҙар йорто хеҙмәткәрҙәре бөтәһен дә самауырҙан ҡайнар сәй, ҡабаҡтан яһалған ашамлыҡ, төрлө ҡамыр ризыҡтары менән һыйланы.
Ямғыр яуып торһа ла, беренсе тапҡыр уҙғарылған ҡымыҙ яһаусылар конкурсында ҡатнашыусы ете ҡымыҙсының шифалы эсемлеген тәмләп ҡараусылар күп булды. Беренсе урын хаҡлы рәүештә Ыҫлаҡтан Айрат Ғәниевка бирелде, Шафран аҡһаҡалы Рәфис Әминев икенсе урынды алды, район үҙәгенең Яңауыл биҫтәһенән Руслан Ахунов өсөнсө урынға сыҡты. Призерҙарға тапшырылған дипломдарҙан тыш, бөтә ҡатнашыусыларға ла район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары һәм ауыл хужалығы бүлегенән бүләктәр тапшырылды.
Ә сәхнәлә социаль-мәҙәни үҙәк артистары тамашасыларҙы күңелле йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре менән шатландырҙы. Мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы, улар үҙ сығыштары менән байрамға йәм өҫтәне.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.
Читайте нас: