Сөгөлдөр ҡабул итеү пунктында йәнлелек күҙәтелә. Татлы тамыр тейәлгән машиналар эскә үтә, икенселәре кемуҙарҙан яңы партия артынан ҡапҡаға йүнәлә, сөгөлдөрҙө өйөмгә өйөүсе машиналар өҙлөкһөҙ рәүештә яңы кагаттар яһай.
- Сөгөлдөр быйыл яҡшы, бысраҡлығы түбән, ә шәкәрлелеге 17-18 процентҡа етә, - ти “Раевсахар” йәмғиәтенең баш агрономы Татьяна Антоненко. – Миҙгелде тәүгеләрҙән булып Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондары асты, Шишмә районы иһә бөгөн сеймал тапшырыу буйынса беренсе урында бара, ә дөйөм алғанда, татлы тамыр беҙгә ун алты райондың 39 хужалығынан килтерелә.
Ҡабул итеү пунктында өйөмдәр күҙгә күренеп арта: тәүлегенә шәкәр ҡайнатыусыларға 10 мең тоннанан ашыу сеймал килә. Әйтергә кәрәк, коллективтың һәр звеноһы сәғәт кеүек эшләй. Ошо заводта хеҙмәт һалған Сажиҙә Ғиләжева ла бына утыҙ өс йыл инде тәүгеләрҙән булып татлы йөктө ҡаршы ала.