Алтын башаҡлы иген баҫыуҙарында уңыш йыйыу дауам итә, ә шәкәр сөгөлдөрө плантацияларында “татлы” ураҡ осоро башлана. Киләһе йылды хәстәрләп, ужым культураларын да сәсергә, етерлек орлоҡ тупларға һәм малдары өсөн һутлы аҙыҡ әҙерләү тураһында ла уйларға кәрәк.
Район игенселәре, һәр аяҙ көндө һөҙөмтәле файҙаланып, бар тырышлығын һалып эшләй. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урыу тамамланыуға яҡынлаша – бөгөн бөтә майҙандарҙың 97 проценты (46 мең гектарға яҡыны) сабылған һәм һуғылған. 84 мең тонна иген һуҡтырылған. Уртаса уңышлылыҡ гектарынан 18,3 центнер тәшкил итә.
Бынан тыш, ужым культуралары сәсеү ҙә ҡыҙыу бара, киләһе йыл уңышы өсөн 14 мең гектарға яҡын майҙанға орлоҡ күмдерелгән. Әлшәй аграрсылары, һәр ваҡыттағыса, беҙҙең зонала һыналған сорттарҙы ла, яңыларын да сәсә. Мәҫәлән, район баҫыуҙарында ужым бойҙайының “Скипетр” һәм “Новоершовская” сорттарын үҫтерәләр. Ужым шипкәне сәсеүлектәре лә йылдан-йыл арта.
Был аҙнала район сөгөлдөрсөләре “татлы” ураҡҡа төштө.
- Беҙҙә шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре 4305 гектарҙы биләй, - ти ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Татьяна Лисицына. – Иң ҙур майҙандар, элеккесә, “Красный Клин” агрофирмаһында – 3 мең гектарға яҡын. Ауыл хужалығы предприятиелары менән бер рәттән, фермер хужалыҡтары ла был культураны игеү менән уңышлы шөғөлләнә. Уларҙың өлөшөнә 685 гектар тура килә. Ошондай хужалыҡтар араһында Ниғмәтулла ауылынан Илһам Дибаевтың крәҫтиән-фермер хужалығы ал бирмәй. Унда йыл һайын мул уңыш үҫтереп алалар. Быйыл бында татлы тамыр 220 гектарҙы биләй. Дөйөм алғанда, йыл татлы тамыр өсөн уңайлы килде, тимәк уңыш та яҡшы ғына буласаҡ, - тип аңлатма бирҙе Татьяна Ивановна.
Ошо көндәрҙә ауыл хужалығы предприятиелары силос өсөн кукуруз саба башланы. Был культура 910 гектарҙы биләй, бөгөн шуның 100 гектарҙан ашыуы йыйып алынған. Ҡышҡылыҡҡа 10 мең тонна силос әҙерләргә кәрәк.