Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Сентябрь 2018, 11:52

Финиш һыҙығында

Ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 17 сентябргә ҡарата баҫыуҙарҙағы игендең 95 проценты йыйып алынған.

Уңыш гектарынан 18,4 центнер тәшкил иткән, 82822 тонна иген һуҡтырылған.

Ураҡ эштәре менән бер рәттән игенселәр ужым культуралары ла сәсә. Киләһе йыл уңышы өсөн улар 13634 гектарҙа сәселгән, был - планға ҡарата 76 процент. Яҙғы сәсеүгә 7513 тонна (97 процент) орлоҡ һаҡлауға һалынған. Район аграрсылар сөгөлдөр урағына төштө.