Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Август 2018, 15:26

Ураҡ эштәре йылдам бара

Район игенселәре уңыштың яртыһын йыйып алды ла инде

23 авгусҡа ҡарата 24300 гектар майҙанда иген культуралары сабылған (51 процент), 21900 гектары һуғылған (46 процент), 46352 тонна иген һуҡтырылған, уртаса гектар ҡеүәте – 21,2 центнер. Ураҡ эштәрендә “Башҡортостан игенселек компанияһы”, “Колос”, “Заря”, “Агро-МТС” йәмғиәттәре, И. М. Дибаев, Р. И. Фазлыев, И. Ф Ғәлиәхмәтовтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары алда бара, тип хәбәр итә район ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына.

Бөтә хужалыҡтар ҙа тиерлек ужым культураларын сәсеүгә төштө. Бөгөн бөтәһе 5245 гектарҙа (29 процент) ужым культуралары сәселгән. “Агрокоопинвест” йәмғиәте игенселәре (бында 450 гектарға ужым арышы һәм бойҙай сәселгән) һәм “Агро-МТС” йәмғиәте (230 гектар) сәсеү эштәрен тамамланы. Тиҙҙән “Башҡортостан игенселек компанияһы” һәм “Колос” йәмғиәттәрендә лә эштәр теүәлләнеүгә бара.


Читайте нас: