Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Август 2018, 17:39

Уңыш та йыялар, сәсәләр ҙә

Уңыш урып йыйыу менән бер рәттән был көндәрҙә игенселәр тағы ла бер мөһим кампания – ужым культураларын сәсеүгә тотондо.

Баҫыуҙарҙа ураҡ эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 9 авгусҡа ҡарата районда 8600 гектар иген культуралары һуҡтырылған (18 процент), уртаса уңыш гектарынан 22,1 центнер тәшкил итә.

Уңыш урып йыйыу менән бер рәттән был көндәрҙә игенселәр тағы ла бер мөһим кампания – ужым культураларын сәсеүгә тотондо. Тәүгеләрҙән булып баҫыға сәсеү агрегаттарын “Агрокоопинвест” ауыл хужалығы предприятиеһы алып сыҡты. Бында 450 гектар майҙанға ужым культуралары сәсеү планлаштырыла, шуның 150 гектары сәселде лә инде. Һәр ваҡыттағыса, “Колос” агрофирмаһында ла эштәр йылдам башланды, унда йыл һайын ужым культураларына ҙур майҙандар бүленә. Быйыл да “Колос” йәмғиәте игенселәре ужым культураларын 1473 гектарға сәсәсәк. Бөгөн шуның 160 гектарына (11 процент) орлоҡ күмдерелде лә инде.

Әлшәй аграрсылары бөтәһе 17 мең гектарҙан ашыу майҙанға ужым культуралыр сәсергә ниәтләй.

Читайте нас: