Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Август 2018, 13:02

Ҡорбанға биркалы малдарҙы ғына салырға кәрәк

Ҡорбан байрамы яҡынлаша. Изге ғәмәлде атҡарыу өсөн биркаланған сәләмәт малдарҙы ғына салыу рөхсәт ителә.

Республиканың ветеринария идаралығы, Һуғым малдарын ветеринария тикшереүе һәм иткә, ит ризыҡтарына ветеринария-санитария экспертизаһы ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡорбанға биркаланған сәләмәт малдарҙы ғына салыу рөхсәт ителеүе тураһында хәбәр итә.

Ҡорбанға салынасаҡ ауыл хужалығы малдарын алдан айырып алырға һәм номер һуғырға кәрәк. Клиник тикшереү үткәреү, бруцеллез булыу-булмауын тикшереүгә ҡан алыу өсөн ветеринария белгестәренә мөрәжәғәт итеү зарур. Малдарға түләмә ауырыуына ҡаршы прививка яһатылған булырға тейеш. Өфө ҡалаһына һуғым малдары алып барыуҙың планлаштырылыуы тураһында район ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк. Ошо талаптар үтәлгән осраҡта ғына ветеринария-оҙатыу документтары бирелә.

Ҡорбанға салынасаҡ малды күсереп йөрөткәндә, аҫрағанда һәм салғанда ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ. Малдарҙы тик район ветеринария хеҙмәте килешеүе буйынса ветеринария-оҙатыу документтары менән илдең эпизоотик тыныс төбәктәренән генә индерергә, малды махсус йыһазландырылған урындарҙа (мал салыу майҙанында) ғына салырға, итте һәм малдың эсәк-ҡарынын ветеринария-санитария экспертизаһы үткәргәндән һуң ғына ҡулланырға кәрәк.

Х. ШӘРИПОВ,

район ветеринария станцияһы етәксеһе.

Читайте нас: